Кемдеңдер вайымһыҙлығы һәм яуапһыҙлығы арҡаһында бер ғәйебе булмаған кешеләр һәләк була. Ошондай хәл Бәләбәй ҡалаһында теркәлгән.
Интернационал урамында “Амкодор” тейәгес машинаһына идара иткән 30 йәшлек егет туҡталҡала торған “ВАЗ-2112” машинаһына барып бәрелгән. Һөҙөмтәлә еңел машинаһын ремонтлаған 23 йәшлек егет, еңел автомобиль менән гараж араһында ҡыҫылып, шунда уҡ һәләк булған. Ә тейәгес машинаһы шоферы фажиғә урынынан ҡасҡан.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре “Амкодор”ҙы Фурманов урамында тапҡан. Уның шоферының шәхесе лә тиҙ асыҡланған һәм тотолған. Ул спиртлы эсемлек эскән булған. Өҫтәүенә медицина тикшереүен үтеүҙән да баш тартҡан.