Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2019, 03:45

Ниндәй ул заманса башҡорт йәмғиәте?

Һеҙҙең иғтибарығыҙға аналитик Азамат Бураншиндың тикшеренеүен тәҡдим итәбеҙ. Тарих фәндәре кандидаты хәҙерге башҡорттарҙың этник оҡшашлығына, этностың үҫеш мөмкинлектәренә һәм ғәмәлдәге проблемаларға баһа бирә.

“Ҡала башҡорттарының күпселеге туған телендә һөйләшмәй”



Бөгөн донъяла башҡорттарҙың дөйөм һаны 2 миллионға яҡын. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, илебеҙҙә 1 584 554 башҡорт йәшәй (Рәсәй Федерацияһында халыҡ һаны буйынса дүртенсе), шуларҙың 1 172 287-һе – Башҡортостанда. Милләттәш­тәребеҙ шулай уҡ Рәсәйҙең бөтә төбәктәрен төйәк иткән. Иң ҙур төркөмдәр: Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск, Төмән, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында. Бөтә башҡорттарҙың өстән бере тиерлек республиканан ситтә йәшәй.
Республикабыҙҙа башҡорттар төбәктәге дөйөм халыҡ һанының 29,5 процентын тәшкил итә – рустарҙан ҡала икенсе урында. Бөгөн башҡорттарҙың этник оҡшашлығын сағылдырған бер нисә төп факторҙы билдәләргә мөмкин. Уларға иң элек төйәк иткән биләмә һәм дөйөм барлыҡҡа килеү тарихы, милли үҙаң, тел һәм мәҙәниәт; дини, төбәк, локаль һәм дөйөм гражданлыҡ үҙенсәлектәре инә.
Халыҡтың этник үҙенсәлектәренә социаль процестар ҙа туранан-тура йоғонто яһай. Башҡорттарҙа улар, нигеҙҙә, аграр йәшәү рәүешенән ҡала тормошона күсеүгә бәйле. Республикалағы халыҡтың 60 проценты ауылда йәшәүгә ҡарамаҫтан, ҡалаға күсеү һәм ҡала мәҙәниәтенең барлыҡҡа килеүе ҡотолғоһоҙ хәлгә әүерелә бара. Аграр традиционализм ҡаҡшап, ҡиммәттәр һәм үҙ-үҙеңде тотоу стереотиптары үҙгәрһә лә, әлегә мәҙәни яңырыу күҙәтелмәй, шуға күрә йәмғиәт “ауыл һәм ҡала” тигән ҡапма-ҡаршы­лыҡлы төшөнсәләр нигеҙендә ныҡлы тарҡа­лышҡа дусар ителә. Ҡала башҡорттарының этник оҡшашлығы “ҡулланыу йәмғиәте” ҡиммәттәре юҫығында формалаша, был иһә халыҡ мәҙәниәтен көрсөккә килтереп кенә ҡалмай, социаль ситләтеү тойғоһо тыуҙыра, сөнки ҡалалағы башҡорттарҙың күпселеге, нигеҙҙә, хеҙмәт хаҡы түбән булған өлкәләрҙә – мәҙәниәттә, мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләй.
Башҡорттар 1970 йылдарҙан уҡ ҡала киңлеген әүҙем үҙләштерә башлай, шуға күрә өр-яңы мәҙәни үҙенсәлектәргә эйә булған бер нисә быуын ҡала башҡорттары барлыҡҡа килергә тейеш кеүек тә бит. Әйткәндәй, бөгөн улар ысынлап та бар, тик дөйөм мәҙәниәт юҫығында улар өсөн ниңәлер тәғәйен урын да, статус та табылмаған; төрлө хәл-ваҡиғаларҙа, шул иҫәптән ижтимағи-сәйәси мәсьәләләрҙә лә милләттәштәребеҙҙең әһәмиәте түбән булып ҡала. Сәбәбе – ҡала башҡорттарының күпселеге йыш ҡына туған телен белмәй, шуға ла “этник киңлек”тән ситтә ҡала.
Икенсе төрлө әйткәндә, бөгөн телевидениела, милли киң мәғлүмәт сараларында, әҙәбиәттә, театр һәм эстрада сәнғәте өлкәһендә барлыҡҡа килгән һәм нығынған мәҙәни парадигма йәмғиәттең үҙгәрә барған социаль структураһына күп йәһәттән яуап бирмәй һәм күптән өлгөрөп еткән ипле реформаларҙы талап итә башлай.


“Төп халыҡтың социаль-иҡтисади кәйефе ҡырыла”



Аграр традиционализмда башланған көрсөк бик күп кире эҙемтәләр тыуҙыра. Шуларҙың иң мөһиме – башҡорт йәмғиәтен сәйәсиләштереү. Бөгөн ул ижтимағи-сәйәси юҫыҡтағы митингтарға ғына (мәҫәлән, 2017 йылдың көҙөндә Өфөлә үткән башҡорт телен яҡлау буйынса митинг) түгел, төрлө йыйылыштарҙа, локаль (муниципаль) кимәлдә хеҙмәт мигранттары менән бәрелештәрҙә лә сағыла. Мәҫәлән, Темәс ауылында урындағы халыҡ менән ситтән килгән чечендар араһында, унан һуң Сибайҙа ҡурд диаспораһы вәкилдәре менән низағтар булғыланы, Белоретта ла ошондай уҡ хәл-ваҡиғалар күҙәтелде. Әйтергә кәрәк, бындай осраҡтарҙа милләтселәр сәйәси акторҙар булараҡ эш итә. Әммә, нигеҙҙә, проблема уларҙа ғына түгел, ә Башҡортостандағы төп халыҡтың ижтимағи-сәйәси кәйефенең насарайыуында.
Дөйөм алғанда, урындағы халыҡтың локаль йыйылыштары төбәктең ижтимағи-сәйәси тормошонда үҙенә күрә “норма”ға әүерелә бара. Бындай хәлгә Рөстәм Хәмитов идара еткән осорҙа (2010 – 2018) милли өлкәләге етешһеҙлектәр генә түгел, социаль, шул иҫәптән дәүләт-идара итеү институт­тарының эшләп еткермәүе лә сәбәпсе. Халыҡ, айырыуса Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында йәшәгәндәр, урындағы власть органдарының теге йәки был мәсьәләләр буйынса сара күрмәүе, уларҙағы коррупция арҡаһында урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн социаль протест кеүек архаик алымдарҙы йышыраҡ файҙа­лана башлай. Өҫтәүенә бындай протестарға милли ойошмаларҙың әүҙемселәре етәкселек итә. Был инде, һис шикһеҙ, кире тенденция, сөнки, бер яҡтан, ошондай алымдарҙың легитим һәм һөҙөмтәле булыу иллюзияһы тыуһа, икенсе яҡтан, кешеләрҙе урамдарҙағы сығыштар ярҙамында власҡа баҫым яһарға өйрәтә.
Рәсми булмаған башҡорт этноберек­мәләре йоғонтоһоноң артыуын да ошо уҡ юҫыҡта ҡарарға кәрәк. Бөгөн улар төрлө съездар уҙғара, бөтә “башҡорт халҡы” исеменән сығыш яһай. Ә бындай вәкәләткә һәм хоҡуҡҡа тик Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ғына (“йәмәғәт ойошмалары берлеге” булараҡ) эйә.


“Йәмғиәт әлегә тиклем “тышҡы” хәүеф шарттарынан эске проблемаларҙы хәл итеүгә күсә алмай”



Радий Хәбировты Башҡортостан Республикаһының яңы етәксеһе итеп тәғәйенләү менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының статусы һиҙелерлек артты. Ҡоролтайҙың төрлө йүнәлештәрҙәге эшмәкәрлеге әүҙемләште. Власть менән милли элиталар араһында конструктив бәйләнеш тыуҙы. Әммә башҡорт хәрәкәтенең легаль йәмәғәт институттары ҡеүәте әүәлгесә түбән булып ҡала, шуға күрә көнүҙәк милли һәм тел мәсьәләләрен тикшереү өсөн альтернатив майҙансыҡтар барлыҡҡа килә.

Рөстәм Хәмитов идара иткән осорҙа милли йәмәғәтселек үҙен күп йәһәттән ҡы­йырһытылған итеп тойҙо. Был иһә протест әүҙем­легенең артыуына ғына түгел, төп ха­лыҡтың этник йәһәттән тупланыуына ла кил­терҙе, бөгөнгө ижтимағи-сәйәси ысын­барлыҡҡа тап килмәгән “суверенитет” дискурсын көсәйтте. Милли акторҙарҙың сығыш­тарына яһалған контент-анализдың хәҙерге башҡорттарҙы федерализм мәсьәләләре һәм Рәсәй Федерацияһындағы республика­ларҙың хоҡуҡтары ғына борсой тигән хаталы фекер тыуҙырыуы ихтимал. Әммә быны йәмғиәттең әле булһа “тышҡы” хәүеф шарттарынан эске проблемаларҙы конструктив хәл итеүгә, модернизация мәсьәләләренә күсә алмауын сағылдырған күрһәткес тип ҡабул итергә кәрәктер.
Асылда башҡорт йәмғиәте социаль-мәҙәни йәһәттән бер йүнәлешле генә түгел, йыш ҡына унда ҡапма-ҡаршы ҡиммәттәргә нигеҙләнгән төрлө субкультуралар күҙәтелә. Өҫтәүенә урбанизация барышында төрлө идеологик һәм донъяуи ҡараштарға таянған ике шартлы төркөмгә бүленеш тә күҙәтелә унда.
Беренсе төркөмгә ингән социаль ҡатлам­дар йыш ҡына ауылдан сыҡҡан. Уларға туған телен белеү, тейешле әхлаҡи ҡанундарға нигеҙләнгән “традицион йәмғиәт”тең йәшәйеш стратегияһын файҙаланыу сифаттары хас.


“Башҡорт элитаһы аграр һыҙаттарын тулыһынса юғалта”



2010 йылдан башҡорт йәштәре араһында әкренләп бөтөнләй башҡа социаль-мәҙәни һыҙаттарға эйә булған өр-яңы социаль төр­көм ойоша башланы. Уның вәкилдәренә белемлелек, ҡала ҡиммәттәрен һәм үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен үҙләштереү, уртаса индивидуализм, төбәктән ситтә уҡыу һәм эш тәжрибәһе хас. Сәйәсәткә әллә ни йәлеп ителмәүгә ҡарамаҫтан, уларҙың патриотик һәм этник үҙаңы, халҡының милли йолаларын, мәҙәниәтен һаҡлауға ынтылышы бар. Был төркөмдөң барлыҡҡа килеүенә күп йә­һәт­тән “Мәскәүҙәге һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһының һәм уның элекке етәксеһе Азат Баҙрановтың, шулай уҡ башҡорт яҡташтар ойошмаһының эшмәкәрлеге булышлыҡ итте. Һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә йәш башҡорт (шул иҫәптән төпкөл ауылдарҙан) илдең баш ҡалаһындағы юғары уҡыу йорттарында төплө белем алды.
Бөгөн тап ошо социаль төркөм нигеҙендә аграр һыҙаттарын тулыһынса юғалтҡан өр-яңы башҡорт элитаһы тыуа. Ғәмәлдәге стереотиптарға ҡарамаҫтан, был элита ярайһы уҡ үҫешкән, көс-ҡеүәт туплаған, тотороҡло юғары статусҡа эйә. Әммә уның үҙенсәлеге – тарҡаулыҡ һәм йоғонто яһаусы төркөмдәрҙең үҙ-ара даими көрәш алып барыуы. Тарихи тәжрибәнән күренеүенсә, төп элита төркөмдәрен берләштергән көслө лидер етәкселегендә генә эшмәкәрлек һөҙөмтәле була, төбәктең позициялары ла нығый, башҡорт халҡы ла үҫә. Зыя Нуриев, Миҙхәт Шакиров, Мортаза Рәхимов кеүек шәхестәребеҙ нәҡ шундай лидерҙар иҫәбенә инә лә инде.


“Никахтарҙың 60 проценты татар халҡы вәкилдәре менән теркәлә”



2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә. Уның алдынан башҡорт халҡының демографик хәле мәсьәләләре ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡорттар, республикалағы башҡа халыҡтар һанына йоғонто яһаған сәбәптәр ҙә, шарттар ҙа бихисап. Шуларҙың береһе – этностың үҙ асылын юғалта барыуы, бүтән халыҡтар менән өлөшләтә ассимиляцияланыуы. 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорт никахтары – 51,8, ә ҡатнаш никахтар 48,2 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта никахтарҙың күпселеге (60 проценты тиерлек) башҡорттарға мәҙәни һәм конфессиональ йәһәттән яҡын булған татар халҡы вәкилдәре менән төҙөлә.
Икенсе төрлө әйткәндә, тәү сиратта күп һанлы татар этносы менән әкренләп ҡушылыу (билдәле бер дәрәжәлә ассимиляцияланыу) процесы күҙәтелә. Быны объектив, әммә халыҡ һанының кәмеүе күҙлегенән кире фактор тип иҫәпләргә мөмкин.
Республикалағы башҡа халыҡтар менән сағыштырғанда, башҡорттарҙа тыуымдың юғарыраҡ булыуын мөһим ыңғай күрһәткес тип билдәләргә кәрәк. Әле Башҡортос­тандағы иң ҙур өс этник төркөм (рустар, башҡорттар һәм татарҙар) араһында рустарҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы тиҫтә йылда тыуым һәм үлем күрһәткестәре уйла­нырға мәжбүр итә. “Башҡортос­танстат”тың төп белгесе, тарих фәндәре кандидаты Г. Баймөхәмәтова билдәләүенсә, бөгөн башҡорттар – “республикала ыңғай тәбиғи үҫеше һаҡланып ҡалған берҙән-бер этник төркөм”.
Бынан тыш, һуңғы йылдарҙа Башҡортос­танда эшкә һәләтле халыҡтың ситкә китеүе күҙәтелә. Был республикалағы социаль-иҡтисади шарттарҙың насарайыуы, һөҙөм­тәлә төбәк берҙәйлегенең кәмеүе менән бәйле. Әммә яҡшы тормош эҙләп, нигеҙҙә, ҡалала йәшәгәндәр китә. Башҡортостанда урбанизацияланғандар араһында рустар менән татарҙарҙың өҫтөнлөк итеүен иҫәпкә алғанда, дөйөм халыҡ структураһында тап улар һанының кәмеүе сәбәбен ошоға ҡайтарып ҡалдырырға мөмкиндер.
Күпселеге ауылда йәшәгән башҡорттар, ғәҙәттә, “вахта” алымы менән ситкә сығып аҡса эшләп ҡайтыуҙы хуп күрә. Ундайҙар Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарында айырыуса күп. Был күренеште “маятниклы” хеҙмәт миграцияһы тип атайҙар. Әммә граждандарҙың был категорияһы формаль яҡтан республика халҡы булып ҡала. Башҡортостан Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканан 150 мең самаһы кеше аҡса эшләргә даими ситкә юллана, шуларҙың йөҙ меңгә яҡыны – Ханты-Манси автономиялы округы төбәктәренә.
Башҡорттарға йәшәгән урынын алмаштырыуға мәҙәни-тарихи һәм субъектив сәбәптәр ҙә ҡамасаулай, сөнки улар төбәктәге төп халыҡты тәшкил итә. Юғарыла билдәләнгән факторҙарҙы иҫәпкә алғанда, 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, моғайын, әүәлге позицияларҙың һаҡланып ҡалыуын, бәлки, республикалағы башҡа этностар араһында башҡорттар һанының бер аҙға булһа ла артыуын күрһәтер.


“Кландарҙың үҙенсәлектәре хәҙерге башҡорттарҙы аңлау өсөн асҡыс була алыр ине”



Журналист һәм тарихсы Салауат Хәми­ҙул­линдың башланғысы менән һәм уның етәкселегендә тормошҡа ашырылған күләмле “Башҡорт ырыуҙары тарихы” проекты башҡорттарҙың заманса этник үҙаңын нығытыу йәһәтенән ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Борон башҡорт халҡында социаль ойошма һыҙаттарын үҙ эсенә алған 40-тан ашыу территориаль-клан подразделениеһы (ырыуҙар) булған. Был үҙенсәлектәр хәҙерге башҡорттарҙың үҙ-үҙен тотоу стереотиптарын, мәҙәни ҡанундарын аңлау өсөн асҡыс була алыр ине.
Мәҫәлән, абруйлы тарихсы Булат Аҙнабаев үҙенең хеҙмәттәрендә башҡорттарҙың, Рәсәй империяһындағы бүтән төрки халыҡтарҙан айырмалы, уникаль йәмғиәт структураһына, юғары автономлыҡ кимәленә эйә булыуын билдәләй. Башҡорт социумы мәсьәләләрҙе башлыса йыйындарҙа хәл иткән, ә элитаның әһәмиәте икенсе дәрәжәлә ҡалған. Шул уҡ ваҡытта эске бәхәстәрҙе юғары ҡатлам башҡорто түгел, ә йыш ҡына рус дәүләте тыуҙырған.
Архетиптарҙың йоғонтоһо хәҙерге шарттарҙа ла күҙәтелә. Мәҫәлән, башҡорттар түбәндә йылдам туплана, әммә эске модернизация, этник интеграция мәсьәләләрен ҡыйынлыҡ менән хәл итә.
“Башҡорт ырыуҙары тарихы” проекты башҡорт халҡында кире реакция тыуҙырҙы, сөнки глобалләшеү һәм этник мәҙәниәттәрҙең үҙ асылын юғалта барыуы шарттарында кешеләр үҙҙәре, тамырҙары хаҡында хәбәрҙар булырға ынтыла. Һәр том тарихи документтар йыйынтығын тәшкил итә. Уларға революцияға тиклемге халыҡ иҫәбен алыу, рәүиз мәғлүмәттәре, ырыуҙар, ауылдар, биләмәләр тарихы буйынса фәнни очерк ингән. Ауыл атамаһы йәки фамилияһы буйынса кеше шәжәрәһен генә түгел, ата-бабаларының этник сығышын да өйрәнә ала. Һуңғыһы хәҙерге этнологияла яҡшы тасуирланған феномен – “икеләтә” этник берҙәйлеккә эйә булған Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары халҡының үҙбилдәләнеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
Татарстан менән сиктәш биләмәлә йәшәгән составы буйынса ҡатнаш (башҡорт һәм татар) халыҡ иҫәп алыуҙар барышында йыш ҡына сәйәси конъюнктураға бәйле берҙәйлеген йыш алмаштыра (берсә – башҡорт, берсә – татар). Әммә хәҙер “Баш­ҡорт ырыуҙары тарихы” кеүек проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә был мәсьәләләге теүәлһеҙлектәр етди кәмергә тейеш, сөнки был осраҡта фамилия менән ырыуҙың милли сығышы документаль теркәлгән тарихи архив сығанаҡтары хаҡында һүҙ бара.


“Туған телен белгән кешеләр нигеҙендә милләтте формалаштырыу стратегияһы ғына етмәй”



Тел берҙәйлеге мәсьәләһе хәҙерге шарттарҙа мөһим һәм ҡатмарлы булып ҡала. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 133 339 кеше башҡорт телен туған теле итеп билдәләгән (үҙ телен күрһәткән бөтә башҡорттарҙың 71,7 проценты). Шул уҡ ваҡытта 230 846 башҡорт (14,6 %) – татар телен, 216 066-һы (13,7 %) иһә рус телен туған теле итеп һайлаған. Йәғни телдең берҙәйлеге генә башҡорт халҡының ғәмәлдәге төркөмдәрен ҡапламай һәм туған телендә һөйләшеүселәр нигеҙендә милләтте формалаштырыу стратегияһы ғына етмәй (әле иһә төп этник берҙәйлек тап шуға ҡоролған). Әлбиттә, тел һәр халыҡтың тормошонда мөһим әһәмиәткә эйә, һәм ул даими дәүләт ярҙамына мохтаж, айырыуса йылдам үҫкән урбанизация шарттарында.


Башҡорт этносын туплау сиктәрендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләһе көнүҙәккә әүерелә. Мәғлүм булыуынса, 1923 йылда башҡорт әҙәби теле нигеҙенә көнсығыш һәм көньяҡ диалекттар һалына, ә төньяҡ-көнбайыш диалекты татар теленә яҡын булғанға күрә кире ҡағыла. Әммә ваҡыт үтеү менән тарихи хәтер әкренләп һүлпәнәйә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының ҙур өлөшө татар телендә һөйләшә, шул уҡ ваҡытта этник берҙәйлеген һаҡлап ҡала тип иҫәпләй.
Башҡорттарҙың ырыу структураларын ентекле тикшергән танылған этнолог Р.Ғ. Кузеев үҙенең хеҙмәттәрендә был теүәлһеҙлектең (тел менән милләт араһындағы) халыҡ һанында кире сағылыш табыуын һәм ошо күренештең әле лә дауам итеүен күп тапҡыр телгә алды. Һөҙөмтәлә “башҡорт милләте конфигурацияһы проблемаһы яһалма тыуҙырылды, бөгөн башҡорттар – халыҡ-ара стандарттар буйынса ике телле милләт. Был фактты танымау Башҡортостан Республикаһында башҡорттар һанының артабан да кәмеүенә килтерәсәк”, тип яҙа ғалим.
Бөгөн башҡорт интеллигенцияһының бер өлөшө, халҡыбыҙға ассимиляцияланыу хәүефе янауы менән дәлилләп, төньяҡ-көнбайыш диалектты әҙәби тел менән бер рәттән дөйөм телдең тиң өлөшө тип танырға тәҡдим итә. Был темаға артыҡ бирелеп китмәйенсә, төньяҡ-көнбайыш диалект проблемаһы әле лә башҡорт этносының берҙәмлегенә зыян килтергән етди фактор булыуын билдәләргә кәрәк.


“Башҡорт мөхитендә элита һәм массалар өсөн исламдың ике версияһы тыуа”



Хәҙерге башҡорт йәмғиәтендә дини (ислам) берҙәйлек тә мөһим әһәмиәткә эйә. Әммә ҡеүәтле мәҙәни-тарихи һәм рухи потенциалға эйә булған диндар­лыҡтың йәмғиәт таянысын да, шулай уҡ эске һынылыштар һәм ҡаршылыҡтар сәбәбен дә тәшкил итеүе ихтимал. Милли тарихта дини ҡаршылыҡтарҙың етди сәйәси бәрелештәргә килтереү осраҡтары ла юҡ түгел.
Мәҫәлән, ХХ быуат башында Зәйнулла ишан менән Әбделхәким Ҡорбанғәлиев араһындағы фекер айырмалыҡтары ишандарҙың юлын дауам иткән, башҡорт милли хәрәкәтенең буласаҡ ике лидеры – Зәки Вәлиди менән Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтең сәйәси ҡаршылыҡтары дәрәжәһенә етте. Башҡорт Хөкүмәтен етәкләгән Вәлиди бөтә Ҡорбанғәлиевтәрҙе эҙләп табырға, ҡулға алырға, мөлкәтен конфискацияларға фарман бирә.
Ләкин ул осорҙа традицион ислам динендә, анығыраҡ әйткәндә, башҡорт суфыйсылығындағы ике ағым араһында, ҡапма-ҡаршылыҡтар күҙәтелһә, әле иһә хәл тамырынан үҙгәрҙе. Мосолмандар араһында “суфыйсылыҡ” вәкилдәре һәм “салафиттар” араһында бүленеш күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта тәүге төркөмдә ижади һәм милли элита вәкилдәре күп булһа, традицион булмаған йүнәлеш яҡлылар араһында белем кимәле түбән булған ябай диндарҙар, шул иҫәптән йәштәр байтаҡ. Бөгөн башҡорттарҙың дини мөхитендә исламдың ике версияһы формалаша – элита һәм массалар өсөн, тип раҫларға мөмкин.
Был проблемаларҙың барыһы ла йәмғиәттең социаль-мәҙәни яңырыуына туранан-тура ҡағыла, айырыуса һуңғы ваҡытта формаль булмаған хәрәкәттәр даирәһендә башҡорт милләтселеге менән салафиттарҙың әкренләп ҡушылыуы юҫығында. Ике осраҡта ла адепттарға белемдең һайлығы, социаль статустың түбәнлеге, яңы ысынбарлыҡты, заман нормаларын һәм ҡиммәттәрен ҡабул итмәү хас. Киләсәктә был ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡмаһаҡ, ислам берҙәйлеге башҡорт социумында етди тарҡаулыҡ сығанағына әүерелеп, халыҡтың этномилли берҙәмлегенә зыян килтерәсәк. Йәмғиәткә ошо талаптарҙы ҡайтанан ҡарап төшөнөргә һәм уларҙы үтәү өсөн берлектәге алымдарҙы ғәмәлгә индерергә кәрәк.


“Этник берҙәйлек үҙаңдың мөһим факторы булып ҡала, әммә өҫтөнлөк итмәй”



Хәҙерге шарттарҙа башҡорт социумын үҫтереү өсөн дөйөм гражданлыҡ ҡанундарына бәйле мәсьәләләр ҙур әһәмиәткә эйә. 90-сы йылдарҙа ғилми һәм сәйәси берләшмәлә, айырыуса СССР тарҡалыуы юҫығында, этниклыҡ яғынан илдең территориаль бөтөнлөгөнә потенциаль хәүеф янауына ҡағылышлы идеялар өҫтөнлөк итте. Әммә бөгөн уртасыл позиция барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, билдәле социолог Л.М. Дробижевтың фекеренсә, “этномилли берҙәйлек менән Рәсәй берҙәйлеге һыйышып йәшәй һәм икеһе лә норма сиктәрендә булған осраҡта ғына киҫешә”.
Дөйөм гражданлыҡ маҡсаттары күп йәһәттән әһәмиәтле, сөнки улар, сәйәси-идеологик компоненттан (илдең берҙәм­легенән) тыш, “ҙур йәмғиәт” ҡиммәттәрен, уның модернистик үҙенсәлектәрен дә үҙ эсенә ала. Башҡорт халҡы Рус дәүләтенә ҡушылған мәлдән аңлы рәүештә үҙ юлын һайлаған һәм үҙәктән ынтылыштарҙың артыуы билдәле бер төркөмдәрҙең яңы шарттарға социаль яраҡлашыу йәһәтенән ҡыйынлыҡ кисереүе, ауыр социаль-иҡтисади хәлдә ҡалыуы хаҡында һөйләй. Ахыр сиктә, бындай позиция федераль үҙәктең башланғыстарын һәм сәйәсәтен тәнҡитләүгә генә килтереп ҡалмай, һөҙөмтә булараҡ – төбәк етәкселегенә ҡарата оппозиция тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта власть органдары менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнешһеҙ башҡорт йәмғиәте бер генә етди проблеманы ла хәл итә алмай, шуға күрә бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай.
Әйтелгәндәргә йомғаҡ яһап, шундай һығымта яһарға мөмкин. Ғәмәлдәге ҡайһы бер кире факторҙарға ҡарамаҫтан, хәҙерге башҡорттарҙың этник берҙәйлеге тотороҡлолоҡҡа эйә.
Шул уҡ ваҡытта башҡорт йәмғиәтендә аграр традиционализмдың тарҡалыуы, милли һәм юғары мәҙәниәттең үҙ асылын юғалта барыуы, тел позицияларының ҡаҡшауы менән бәйле процестар әүҙемләшә. Традицион институттарға һәм практикаларға алмашҡа ҙур ҡыйынлыҡ менән булһа ла ҡала башҡорттары мәҙәниәте килә. Һүлпән үҫкән һәм тамамланып етмәгән ошо мәҙәниәт юҫығында совет һәм унан һуңғы осор (“суверенитет дәүере”) менән бәйле берҙәйлек йәмәғәт тормошо төпкөлөнә китә, заман талаптарына яуап бирмәй башлай. Уның урынына иһә башҡорттарҙың ҡала ҡиммәттәренә һәм үҙ-үҙеңде тотоу моделенә нигеҙләнгән өр-яңы этник берҙәйлеге барлыҡҡа килә.
Әммә уның үҫешен тотҡарлаған бер нисә сәбәпте билдәләргә кәрәк. Уларҙың иң мөһиме – тарҡаулыҡ, берләшеүгә һәләтһеҙлек. Халыҡтың аңын үткәндәр тәжрибәһенә, иҫкергән практикаларға даими йүнәлтеү киләсәктең ысын образын тыуҙырырға ҡамасаулай.
Тимәк, бөгөн милли мәҙәниәтте һәм телде һаҡлап ҡалыу, органик яңыртыу маҡсатында ошо ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн уртаҡ тырышлыҡ һалырға, яңы шарттарҙа төрлө көстәрҙе, социаль төркөмдәрҙе һәм субмәҙәниәттәрҙе “беҙ төрлө, әммә беҙ берҙәм” тигән формула нигеҙендә интеграциялап һәм туплап, башҡорт йәмғиәтен үҫтереү йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.