“Торатау йыйыны” байрамында концерт башланды.
Әле Башҡортостандың Милли музыка ҡоралдары оркестрына ҡушылып Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов сығыш яһаны. Халыҡ уны дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды һәм оҙатты.
Йыйын шул ҡәҙәр матур бара. Берҙәмлек, татыулыҡ мөхите хөкөм һөрә. Халыҡ милли ризыҡтар, эсемлектәр менән һыйланып рәхәтләнде.