Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2019, 18:10

Фәҡәт алға, “Алға”!

Бөгөн Өфөлә “Алға” берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә индерелде.

Фото: ok.ru
Бөгөн Өфөлә “Алға” берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә индерелде.
Юл йөрөгән өсөн ошо карта менән әлегә нигеҙҙә “Башавтотранс” автобустарында, трамвайҙа һәм троллейбуста түләргә мөмкин. Шәхси автобустарҙың да бер өлөшө шул системаға күскән. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сентябргә республикалағы барлыҡ пассажир транспортын ошо карта менән хеҙмәтләндереүгә күсерергә вәғәҙә итә.
– Ҡайһы берәүҙәр һеҙҙең, элеккесә, ҡулаҡса менән иҫәпләшеүегеҙҙе теләйәсәк, кемдер терминал эшләмәй тип һылтанасаҡ, кемдәрҙер ҡулаҡсаһыҙ арзаныраҡ була тип ышандырырға маташасаҡ. Бындай осраҡтар тураһында шунда уҡ миңә йәки Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына хәбәр итергә кәрәк, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә. – Был минең теләк кенә түгел, ә бөтә донъя шулай йәшәй. Шул юл менән беҙ миллиард ағымын “күләгә”нән сығарасаҡбыҙ һәм был аҡса юл һалыуға, яңы автобустар һатып алыуға китәсәк.
“Алға” картаһын Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә, “Өфөматбуғат” киосктарында, “Байрам”, “Башспирт”, “Альдо” сауҙа селтәрҙәрендә, “Башфармация” аптекаларында һатып алырға мөмкин.