Бөгөн – Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө. Ошо уңайҙан Баймаҡ районында көньяҡ-көнсығыш төбәктән төрлө йылдарҙа хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандарҙың слеты үтте.
Сарала Баймаҡ район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, Баймаҡтан, Хәйбулланан килгән вәкилдәр ҡатнашты.
Һалдат һәр ваҡыт һалдат булып ҡала. Ниндәй генә хәл тыумаһын, үҙенең әҙерлекле икәнен иҫбатлай. Был юлы ла заманында илебеҙҙең төрлө урынында хәрби хеҙмәт үткән, төрлө бәрелештәрҙә ҡатнашҡан, “һалдат һурпаһы”н татығандар үҙҙәренең бар яҡлап юғары әҙерлекле булыуын күрһәтте. Сарала ҡатнашыусылар өсөн спорт ярыштары ойошторолдо, пневматик мылтыҡтан, шулай уҡ уҡ атырға теләгәндәр айырыуса күп булды.
Сара аҙағында баймаҡтар ут күршеләренә – Сибай ҡалаһы ветерандарына эстафетаның штандартын тапшырҙы.