Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 23:25

Автобустарҙа башҡортса сәләмләйҙәр!

Төшкө ял мәлендә автобусҡа йүгереп барып ултырҙым һәм, ғәҙәттәгесә, тәҙрәгә текәлдем. Бер заман туҡталыштарҙы русса һәм башҡортса иғлан итә башланылар. Туған телемде ишетеүҙән бар уйланыуҙар юҡҡа сыҡты, хатта күңел күтәрелеп китте.

Фото: gorobzor.ru
Фото: gorobzor.ru
Төшкө ял мәлендә автобусҡа йүгереп барып ултырҙым һәм, ғәҙәттәгесә, тәҙрәгә текәлдем. Бер заман туҡталыштарҙы русса һәм башҡортса иғлан итә башланылар. Туған телемде ишетеүҙән бар уйланыуҙар юҡҡа сыҡты, хатта күңел күтәрелеп китте.


Күп уйлап торманым, шофер эргәһенә йүнәлдем.
“Ҡалай шәп! Туҡталыштарҙы хәҙер башҡорт телендә лә иғлан итәләр икән”, – тип уй-тәьҫораттарым менән уртаҡлаштым.
“Эйе, хәҙер шулай. Тик әлегә бар автобустарға ла программа индерелмәгән әле, әммә тиҙҙән бөтә автобустарҙа ла башҡортса иғлан итәсәкбеҙ”, – тип яуап бирҙе коммерциялы нигеҙҙә эшләгән “ПАЗ” шоферы.
Туҡталыштарҙы дәүләт телдәрендә иғлан итеү программаһы “Башавтотранс” автобустарына ла индерелгән. Башҡорт телендә туҡталыштарҙы “Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова иғлан итһә, рус телендә “Спутник ФМ” радиоһының алып барыусыһы Анна Александровна сәләмләйәсәк.
Шуныһы ҡыҙыҡ: заман технологиялары шул тиклем шәп, хәҙер туҡталыштарҙы иғлан итеү өсөн ниндәйҙер төймәгә баҫып ултырыу кәрәкмәй. Автобус туҡталышҡа етеп килһә, уның исеме үҙенән-үҙе иғлан ителәсәк. Әлбиттә, был йәһәттән водителдәргә лә анһат буласаҡ.
“Башавтотранс” йыл аҙағына тиклем был эште Баймаҡ, Бөрө, Мәләүез, Сибай, Октябрьский, Нефтекама һәм башҡа ҡалаларҙа киң йәйелдерергә ниәтләй.
Читайте нас в