Музыкаль продюсер Бари Алибасовтың ағыуланып дауаханаға эләгеү тарихын ишетмәгән кеше ҡалмағандыр. Әммә яңыраҡ Алибасовтың улы матбуғатта был спектакль тик аҡса эшләү маҡсатында ойошторолоуын әйтте, бер ниндәй ҙә ағыуланыу булманы, тине.
Ошо шау-шыуҙан һуң, Алибасовтың улына 26 миллион һумдан ашыу суммаға реклама проекттарына бәйле тәҡдимдәр килгән.
Ә шулай ҙа өлкән Алибасов үҙе, ағыуланыу ысын булды, ти һәм дауалаған табиптарға рәхмәтен белдерә.
Әйткәндәй, быйыл Бари Алибасов ойошторған “На–На” төркөмө ойошторолоуының 30 йыллығын билдәләй, ошо уңайҙан пиар алымы булыуы ла мөмкин, тиҙәр быны.