Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2019, 14:31

Елдән етеҙ Аҡбуҙаттай, үтте лә китте Ҡоролтай…

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшен тамамланы. Йәйҙең йәмле мәлендә планетаның төрлө ҡитғаларынан йыйылған милләт вәкилдәренең бер майҙанға тупланып фекер алышыуы, осрашыу шатлығының урғылып ташыуы, июнь кистәрен бергәләп үткәреү, батыр яҙмышлы шағир Шәйехзада Бабич һәйкәлен күмәкләп асыу тантанаһы, Торатау эргәһендә йыйында аралашыу, шифалы ләйсән ямғырылай, йылы тойғолар ҡалдырып үтте лә китте.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшен тамамланы. Йәйҙең йәмле мәлендә планетаның төрлө ҡитғаларынан йыйылған милләт вәкилдәренең бер майҙанға тупланып фекер алышыуы, осрашыу шатлығының урғылып ташыуы, июнь кистәрен бергәләп үткәреү, батыр яҙмышлы шағир Шәйехзада Бабич һәйкәлен күмәкләп асыу тантанаһы, Торатау эргәһендә йыйында аралашыу, шифалы ләйсән ямғырылай, йылы тойғолар ҡалдырып үтте лә китте.


Бишенсе тапҡыр республикабыҙҙа ойошторолған Ҡоролтай үҙ өҫтөнә өр-яңы йөкләмәләр алды, бурыстар билдә­ләне. Һигеҙ секцияла милләттең йәшә­йе­шенә, көнүҙәк проблемаларына арнал­ған ултырыштар эшләне. Шулар­ҙың иң мөһимдәренең береһе – “Демография һәм милләт һаулығы” тип аталғаны үҙенә байтаҡ делегаттарҙы һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итте. Һаулыҡтан да ҙур байлыҡ булмауын, сәңгелдәк эленмәгән, сабый тауышы яңғырамаған йорттарҙың, хеҙмәткә һәләтле йәштә сит тарафтарға китеүселәрҙең һаны артыуын барыбыҙ ҙа белә, күрә. Ошо мәсьәләләрҙең ҡырҡыулығын кәметеү – көн ҡаҙағында торған олоғара бурысты хәл итеү юлдарын һәр делегат, һәр сығыш яһаусы үҙенсә билдәләне.


Рәсәй Фәндәр академияһы ғилми-тикшеренеү социологик үҙәгенең Башҡортостан филиалы директоры, социология фәндәре кандидаты Рим Вәлиәхмәтов докладында хәҙерге башҡорт йәмғиәтендәге демографик проблемалар һәм тенденциялар тураһында һандар, факттар ярҙамында бай мәғлүмәт бирҙе. Рәсәйҙә башҡорттар урыҫ, татар халҡынан ҡала – өсөнсө урында (1,5 миллиондан ашыубыҙ). Ғалимдың әйтеүенсә, “беҙгә һан буйынса борсолаһы юҡ, әммә телде һаҡлау проблемаһы киҫкен тора”.


Демография өлкәһендә эшләүсе ғалимдарҙың әйтеүенсә, йыл да Башҡортостандан 46-47 мең кеше ситкә китә, күпселеге – 29 йәшкә тиклемге егет-ҡыҙҙар. Айырыуса Ханты-Манси автономиялы округына эшкә ағылыусы йәш-елкенсәк күп, икенсе һәм өсөнсө урында – Силәбе өлкәһе һәм Татарстан. Ваҡытлыса хеҙмәт миграцияһы күләме буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында, былтыр эш эҙләп сит тарафтарға юлланыусылар һаны 161,8 меңгә еткән, был – хеҙмәткә һәләтле халыҡтың 8,7 проценты тигән һүҙ.


Ошо хаҡта тарих фәндәре кандидаты Гөлдәр Хилажеваның башҡорт этносының социаль-демографик үҫешенә миграцияның тәьҫире, “Башнедра” коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ идараһы президенты Рәсих Хәмитовтың үткән һәм киләсәк йылдарҙың экологик зыяны тураһында сығыштары фәһемле лә, тетрәндергес тә булды. Медицина фәндәре докторы Тәлғәт Зөлҡәрнәевтең башҡорттарҙың туҡланыуындағы ыңғай һәм кире яҡтар, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаеваның сәләмәт йәшәү, айыҡлыҡ тураһында сығыштарында яңғыраған теләк-фекерҙәр, Мәскәүҙән килгән йәш делегаттар, ғалимдарҙың тәҡдимдәре лә мотлаҡ иҫәпкә алыныр, ҙур эштәргә юл асыр тигән уйҙабыҙ.


Ҡайһы бер мәсьәләләргә яңыса ҡараш, яңыса эшләү зарурлығы ла һиҙелде ултырышта. Айырыуса шуларҙың береһенә, ҡулдан килерҙәй һәм һөҙөмтә булырҙай бер йүнәлешкә халыҡтың иғтибарын йүнәлтәһе ине.


Белеүебеҙсә, беҙҙең алда илдә гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса ҙур эш тора. 2019 йылда Рәсәй Президенты грантына иғлан ителгән I конкурста 1644 проектҡа “йәшел ут” асылды, уларҙы тормошҡа ашырыуға 3,35 миллиард һум аҡса бүленеүе – ошоға сағыу миҫал. Ошо конкурстың II этабына заявкалар биреү дауам итә, проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 4,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеү ҡарала. “Ҡоролтайға тап ошо мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк, тип иҫәпләйем, һәр ағза үҙенең тәҡдимдәре менән фекер алышыуҙа ҡатнашып, социаль әһәмиәтле проекттарҙы эшләүгә үҙ өлөшөн индергәндә һис көтөлмәгән уңыштарға өлгәшеү мөмкин. Кемдеңдер әйткәнен, ҡушҡанын көтөп ятырға түгел, ә үҙеңдән башларға кәрәк.


Башҡортостан Башлығының граж­данлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтел­гән конкурсына ла заявкалар ҡабул ите­лә бөгөн. Илле миллион һумлыҡ грантты алыу өсөн йәмәғәт ойошмалары үҙ проекттарын тәҡдим итәсәк. Халыҡтың социаль мәсьәләләрен, тын алышын яҡшы тойған, “ауыртҡан” ерҙә­рен белгән урындағы Ҡоролтай ағза­лары өсөн дә был бик ҡулайлы эш май­­ҙаны булыр ине”, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева.


Әйткәндәй, Рәсәйҙә 2025 йылға тиклем ирекмәнлекте үҫтереү концеп­ция­һы раҫланыуы ла коммерцияға ҡара­маған ойошмаларға эште йәнләндереү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса. Был проект, йәштәрҙең белеменән тыш, ҙур тормош һәм эш тәжрибәһе туплаған профес­сио­налдарҙың көсөн, абруйын ҡулла­ныу мөмкинлеген бирәсәк. Мәскәү ҡа­лаһынан Ҡоролтай эшендә ҡатнашҡан йәш ғалимдарҙың береһенең “беҙ кәңәшсе-тәрбиәсе­ләрҙең һүҙенә мохтажбыҙ, мин ошо йәһәттән Сәлиә Мырҙабаеваның ярҙам итеүен, кәңәшсе булыуын һорар инем”, – тип мөрәжәғәт итеүе һис юҡҡа түгел.


Ысынлап та, беҙҙә хаҡлы ялдағылар араһында көслө шәхестәр, аҡыл эйәләре, ойоштороу һәләтлеләр, таланттар ифрат күп. Ирекмәнлек хәрәкәтендә ошо шәхестәрҙең: ғалим һәм сәйәсмәндәрҙең, педагог һәм табиптарҙың, мәҙәниәт, хоҡуҡ, социаль, бизнес өлкәһендә эҙ ҡалдырған профессионалдарҙың ҡеүәтен урынлы файҙаланғанда, тау-таш аҡтарырға булыр ине.


Былтыр илдә ирекмәндәр һаны ике тапҡырға артты. Башҡортостанда был хәрәкәтте йәнләндереү өсөн ресурстар етерлек. Ирекмәнлектең ошо йүнә­леш­тәрен Рәсәй Хөкүмәте мотлаҡ яҡлаяса­ғына, ярҙам күрһәтәсәгенә барыбыҙҙы ышандырҙы. Бына улар: белем биреү, интеллектуаль ирекмәнлек һәм илһө­йәрлек өлкәһендә юридик консультация, ветерандарға ярҙам, хәрбиҙәр ҡәберлектәрен төҙөкләндереү, хәтер акциялары үткәреү һәм башҡа саралар; медицина өлкәһендә – төпкөл ауылдар халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү, донорлыҡ акциялары, дауаханаларҙа ауырыуҙарҙы тәрбиәләү һ.б; социаль, мәҙәниәт һәм спорт, экология өлкә­ләрендә лә ирекмәндәр өсөн эш “яланы” бик киң. Иң яҡшы идеялар матди яҡтан дәртләндереләсәк, илдә тара­тыласаҡ, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың иң-иңдәре субсидиялар аласаҡ. Ошо мөһим эштәрҙең урта­һында Ҡоролтайҙың һәр ағзаһы ҡайнап, башҡаларҙы ла үҙҙәре артынан эйәртә алһа, тормошобоҙҙоң тағы ла яҡшыраҡ яҡҡа үҙгәрәсәгенә, файҙалы эш менән шөғөлләнеүҙең йәшәү мәғәнәһен көсәйтеүенә килтереүенә шик юҡ.


Бер мәҡәләлә генә күп яҡлы етди мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөнә алған секция ултырышын тулыһынса яҡтыртыу, бөтә ҡыҙыҡлы, төплө фекерҙәрҙе халыҡ иғтибарына сығарыу мөмкин түгел. Әммә Ҡоролтайҙа яңғыраған һәр сығышҡа матбуғат биттәрендә яңы­нан әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ, өйрә­нә­сәкбеҙ әле. Заман яңыса эшләүҙе талап итә, хатта ҡайһы бер иҫке мәсьәләләрҙе лә, ҡалыптарҙан ҡотолоп, яңыса хәл итергә тура киләсәк.


Марс ЮЛДАШЕВ, профессор, медицина фәндәре докторы:
– Тәүге ҡоролтайҙарҙы ҙур дәрт һәм өмөт менән ойоштороуҙа, үткәреүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең береһе мин. Һәр береһе уның нин­дәйҙер мәсьәләләрҙе сисергә, йүнә­лештәр билдәләргә, республикабыҙ абруйын күтәрергә ярҙам итте. Бишенсе Ҡоролтай “Яңыса йәшәргә кәрәк!” тигән девизды күтәреп сыҡҡандай тойола. Бөтөрөлгәнде, юҡҡа сығарылғанды – тергеҙергә, яңы йүнәлештәрҙе билдәләргә кә­рәк. Халыҡ өсөн иң мөһиме – һаулыҡ. Ошо өлкәлә “боҙ” ҡуҙғалыуы өмөт­ләндерә. Республика етәксеһенең сығышы күңелгә ятты, бергәләп, иңде иңгә терәп, аңлашып эшлә­гәндә ҙур бурыстарҙы атҡарыр көс бар беҙҙә.
Лиана ӘХМӘТШИНА, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Владимир өлкәһе:
– Беҙҙең халыҡҡа берҙәмлек етмәй. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, бер-беребеҙгә таяныс, кәңәшсе булырға кәрәк. Ситтә йәшәгәндә айырыуса берҙәмлек баһаһы арта.

Владимир өлкәһендә лә баш­ҡорттар етерлек, республикабыҙ тормошонан айырылмаҫҡа тыры­шабыҙ. Утыҙлаған кеше башҡорт те­ленән диктант яҙыуҙа ҡат­наштыҡ, китапхана ойошторҙоҡ. Киләсәктә һабантуйҙар үткәрергә хыялланабыҙ. Берҙәмлек булһа, милләт йөҙөн һаҡлай алырбыҙ, сит ерҙә лә Башҡортостан тигән гүзәл ил барын танытырбыҙ.