Үтәк – күренекле шәхестәре, шул уҡ ваҡытта мәҙрәсәһе менән билдәле ауылдарҙың береһе.
Бында төрки донъяһында киң билдәле шәхес – ҙур ғалим, атаҡлы дин әһеле һәм мәғрифәтсе Хәбибназар Мөхәмәткафи улы (Хәбибназар әл-Үтәки) Һатлыҡов йәшәгән. Башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәт-Зәки Вәлиди иһә Үтәк мәҙрәсәһендә Хәбибназар бабаһының (әсәһе Өмөлхаяттың бер туған ағаһы) ҡулында белем ала.
Ошо көндәрҙә Үтәк ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһы янында шәхестәр иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Сарала уларҙың туғандары, ауылдаштары, мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.