Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 13:45

14 һыу аҫты морягы һәләк булды

Баренцев диңгеҙендә һыуға төшөрөлгән аппаратта янғын сығыу сәбәпле...

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Баренцев диңгеҙендә һыуға төшөрөлгән аппаратта янғын сығыу сәбәпле 14 һыу аҫты морягы һәләк булды.
Был турала кисә билдәле булды, ә фажиғә унан бер көн алда, дүшәмбе кис теркәлгән. Оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үлем сәбәбе – яныу матдәләре менән ағыуланыу. Һәләк булғандар араһында ете I ранг командиры, ике Рәсәй Геройы бар. Рәсми хәбәрҙә “ғәҙәттән тыш хәл тыуғансы, моряктар тәрәнгә төшә торған ғилми-тикшеренеү аппаратында тәрәнлекте үлсәү менән шөғөлләнгән” тиелә.


Хәлдең ҡайһы ерҙә булғанын шулай уҡ аныҡ ҡына әйтмәйҙәр. Ни бары шуныһы билдәле: янғын башланған саҡта аппарат Рәсәйҙең территориаль һыуҙарында булған, ә хәл тураһында билдәле булғанда – Североморск хәрби-диңгеҙ базаһына барып еткән.
Мәғлүмәттәрҙең күп булмауын иҫәпкә алғанда, һүҙҙең йәшерен аппарат тураһында барыуы ихтимал. Уның тышҡы йөҙө һәм техник характеристикалары ла сер булып ҡала.
Дүшәмбе булған фажиға 2008 йылдан алып һыу аҫтындағы иң ҙуры иҫәпләнә. 2008 йылда “Нерпа” һыу аҫты карабында егерме кеше һәләк булғайны. Ә иң ҙур фажиғәне күптәр һаман онотмағандыр – 2000 йылда “Курск”та 118 кешенең ғүмере өҙөлдө.
Читайте нас в