Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 13:55

“Мин ҡатынымды үлтерҙем...”

Ҡалтасы районы кешеһе ошондай һүҙҙәр менән полицияға килә.

Фото: Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты.
Ҡалтасы районы кешеһе ошондай һүҙҙәр менән полицияға килә.
39 йәшлек ир иҫерек хәлдә ҡатынының өйҙә юҡлығын асыҡлай һәм уны ауылдаштарының береһенең өйөндә таба. 37 йәшлек ҡатынының үҙенә тоғро түгеллеген асыҡлағас, ул тәүҙә көндәшен туҡмай, аҙаҡ ҡатынына сират етә. Тик был ғына етмәй, күрәһең, үпкәләгән ир бысаҡ менән һөйгәненең түшенә бер нисә мәртәбә сәнсә.
Иртәгәһенә йәшеренеүҙән мәғәнә юҡлығын аңлаған ир, полицияға китә. Әйткәндәй, ул 2015 йылда ла ҡатынын туҡмаған өсөн төрмәлә ултырып сыға. Хәҙер инде ирҙе үлтереү статьяһы буйынса ултыртасаҡтар.