Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 20:14

Юлиә иҫерек килеш рулдә йөрөргә ярата...

Яһалма танытма эшләтеп ала ла ҡала буйлап ҡыуыуын дауам итә.

Фото: ok.ru
Фото: ok.ru
Ирҙәр генә түгел, бәғзе ҡатын-ҡыҙ ҙа рулдә иҫерек килеш йөрөргә әүәҫ икән. Бының өсөн ниндәй генә аҙымға бармай улар. Һүҙебеҙ Өфөнән 29 йәшлек Юлиә Х. тураһында.
Уның бик ҡиммәтле Audi Q5 автомобиле бар икән. Тик ни эшләптер ҡатын уны иҫерек килеш йөрөтөргә ярата, ахыры... 2016 йылда Юлиә юлға эсеп сығып тотола, уны ике йылға танытмаһынан мәхрүм итәләр һәм 200 сәғәт мотлаҡ эштәргә тарттыралар. Тик был уны туҡтатмай. Юлиә интернет аша яһалма танытма эшләтеп ала һәм артабан ҡала буйлап ҡыуыуын дауам итә. Әйткәндәй, ул был документҡа үҙенең фотоһын йәбештерә, тик шәхси мәғлүмәттәрҙе башҡа кешенекен күрһәтә.
2017 йылдың декабрендә уны йәнә иҫерек килеш туҡтаталар. Ҡатын ялған документын күрһәтә. Һөҙөмтәлә танытмалағы исем буйынса икенсе кешегә административ протокол төҙөлә һәм бер ғәйепһеҙ кеше яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ғәйепһеҙ ғәйепләнгән ҡатын быны белеп ҡалғас, суд аша үҙенең әлеге эшкә ҡағылышы булмауын дәлилләй ала.


Юлиәнең алдауы асыҡланғас, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла. Ҡатын ғәйебен таный. Был юлы суд уны 240 сәғәт мотлаҡ эштәргә тарттыра һәм транспорт менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлекте өс йылға тыя.
Әллә инде, файҙаһы булырмы?
Читайте нас: