Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2019, 18:30

Луизаның балаларын олатаһына бирерҙәрме?

“Миңә бер ниндәй ҙә шылтыратыу булманы, интернетта яҙылғандар дөрөҫ түгел”, – тип белдерҙе олатай кеше.

Хәйруллиндарҙың балаларының яҙмышы бик күптәрҙе борсой. Бер ғәйепһеҙ ҡыҙҙар менән артабан ни булыр, уларҙы кем ҡарар? Әлегә шул билдәле: ҡыҙҙар артынан Өфөгә олаталары килгән.


– Миңә кил тип әйттеләр, мин килеп еттем. Әлегә аныҡ ҡына бер нәмә лә белмәйем, – ти ир. – Иң мөһиме - иҫәндәр.


“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре олатай кешенән, ейәнсәрҙәрегеҙ ысынлап та һеҙҙең менән бәйләнешкә сыҡтымы, тип һорағас, Луизаның атаһы: “Бер ниндәй ҙә шылтыратыу булманы, интернетта яҙғандар дөрөҫ түгел”, – тине.


Шулай уҡ ул ейәнсәрҙәренең артабан уның менән йәшәйәсәге тураһында белдерҙе.
Читайте нас: