Сибай ҡалаһының район-ара перинаталь үҙәге етәкселеге йәш атай-әсәйҙәр өсөн китап-иҫкәрмә сығарҙы.
Китап яңы тыуған сабыйҙы тәрбиәләү буйынса күп кенә һорауҙарға яуап бирә, ябай ҡағиҙәләрҙе, кәрәкле мәғлүмәтте иҫтә тоторға ярҙам итә.
Китап-иҫкәрмә 1 июлдән Сибай бала табыу йортонда тыуған һәр сабыйҙың, балалар поликлиникаһына килтерелгән өс айы тулмаған бәпестәрҙең ата-әсәһенә тапшырыла.