Туапсела ял итеүселәрҙе йөрөткән катер әйләнгән.
Фажиғә 5 июлдә Ҡара диңгеҙ акваторияһында була. Катер ярҙан 100 метр самаһы китә һәм ҡапыл һыуға ҡаплана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше һәләк була.
Алдан күҙаллауҙарынса, катер кешеләрҙе саманан артыҡ тейәгән.
Әле енәйәт эше ҡуҙғатылған, капитан ҡулға алынған. Уның билдәләүенсә, насар һауа торошо, ҡапыл сыҡҡан ел сәбәпсе был күңелһеҙ ваҡиғаға.