Йәй уртаһы. Башаҡтар тулышып, игендәр алтын тулҡын булып тирбәлгән саҡ. Емеш-еләк өлгөрә. Оя баҫыр ҡоштар, балаларын сығарып, аулаҡ урындарҙа уларға осоу “күнекмәләрен” бирә. Тәбиғәттең дә, әҙәм балаһының да йәшәү өсөн дәртләнгән мәле.
Шул уҡ ваҡытта дәүләтселеген нығытып та өлгөрмәгән Рәсәй Совет республикаһы киңлектәрендә кеше ҡаны ал йылға булып аға. Үҙен йә ҡыҙылдар, йә аҡтар яғында тип йөрөткән һәр кемдең ҡаны, баҡтиһәң, бер төҫтә икән.
Июль башында республиканың Оборона советы, элекке офицерҙарҙың иҫәбен алыу өсөн, махсус комиссия төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был ғәмәлдең ваҡытлы һәм Ҡораллы көстәрҙең киләсәген уйлап эшләнгәнлеген артабан тарих раҫланы. Профессиональ әҙерлекле, белемле офицерҙар Ҡыҙыл Армия сафтарында күп хеҙмәт күрһәтте һәм уларҙың байтағы иң юғары хәрби исемдәргә лайыҡ булды.
Әммә ун туғыҙынсы йылдың июленә, Граждандар һуғышы фронттарына әйләнеп ҡайтайыҡ әле. 3 июлдә Антон Деникин Мәскәүгә һөжүм тураһындағы директиваны раҫлай. Шул уҡ көндә РКП(б) Үҙәк Комитеты партия ойошмаларына “Бөтәбеҙ ҙә Деникин менән көрәшкә!” тигән мөрәжәғәт ҡабул итә. 10 июлдә, РКП(б) Үҙәк Комитеты политбюроһы ҡарары менән, Иоаким Вацетис урынына яңы баш командующий итеп Сергей Каменев тәғәйенләнә. Мәскәүгә поход планына ярашлы рәүештә Ирекле армияның төп ҡыҫымы Курск, Орел һәм Тула аша үтә. Деникин армияһына совет ғәскәрҙәренең Көньяҡ фронты ҡаршы тора. Июль аҙағына Ирекле армия ҡыҙылдарҙың Камышин төркөмөн ҡамауҙы тамамлай һәм уның күпселек өлөшөн әсирлеккә ала. Ә инде хәлдәрҙең алда нисек булғанлығы тураһында август-сентябрь айы күҙәтеүҙәрендә ҡыҫҡаса әйтеп үтербеҙ.
Һәр хәлдә, хәҙергә рус физиолог-ғалимы Иван Петрович Павловтың һүҙҙәрен хәтергә алайыҡ. Ул: “Һуғыш, ғәмәлдә, тормош ауырлыҡтарын хәл итеүҙең йыртҡыстарса, сикһеҙ мөмкинлектәргә эйә булған кеше аҡылы өсөн лайыҡ түгел ысул”, – тигән. Һәм был фекер күп замандар үткәс тә иҫкермәй.
12 июлдә, шәмбе көн, меньшевиктар фирҡәһе үҙәк комитеты бөтә эшселәр һәм эшсе ҡатын-ҡыҙҙарға төбәп, “Нимә эшләргә?” тигән мөрәжәғәт ҡабул итә. Был документта ошондай бурыстар ҡуйыла: хеҙмәтсәндәр власын һәм инҡилап ҡаҙаныштарын контрреволюцияның ҡанығыуҙарынан ҡурсаларға, крәҫтиәндәр ҡарамағына күскән ерҙе уларға беркетергә, юҡһылдар комитеттарын һәм заградотрядтарҙы бөтөрөргә; ауыл хужалығы коммуналарын асыҡтан-асыҡ йә йәшертен көсләп тағыуҙан баш тартырға; продразверстка һәм аҙыҡ-түлекте ситкә һатыуҙы тыйыуҙы ғәмәлдән сығарырға; ҙур сәнәғәт предприятиеларының дәүләт ҡулында ҡалыуын һаҡлаған хәлдә лә, хосуси капиталды үҫтереү мөмкинлеген бирергә һәм башҡалар. Күренеүенсә, мәсьәләләр ваҡытына күрә урынлы күтәрелә. Меньшевиктар һайлау хоҡуҡтарын киңәйтеү, советтарға һайлауҙарҙы даими ҡабатлау, вазифалы һәр кемдең Советтарға һәм уларҙың башҡарма комитеттарына буйһоноуы, матбуғат, йыйылыштар һәм йәмәғәт ойошмаларының ирекле булыуы, бөтә фирҡә учреждениеларын дәүләт власы органдарының хоҡуҡтарынан мәхрүм итеү яғында. Фирҡә ағзалары ла ниндәй ҙә булһа матди өҫтөнлөктәргә эйә түгел.
Ә июль айы ығы-зығы, һуғыш-көрәш менән үтеп бара. “Известия” гәзитенең хәбәренә ышанғанда, 45 йәшлек крәҫтиән ҡатыны Пелагея Гусева патриарх Тихонға һөжүм итә, рухани еңелсә бысаҡ яраһы ала. Берн ҡалаһында (Швейцария) “Ер һәм ирек”те башлаусыларҙың береһе, эсерҙар фирҡәһе ағзаһы Марк Натансон донъя ҡуя. Халыҡ Комиссарҙары Советының декреты менән яҙыусылар, композиторҙар, рәссамдар һәм ғалимдарҙың китапханалар һәм музейҙарҙа һаҡланған архивтарына хосуси мөлкәт хоҡуғы юҡҡа сығарыла.