Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2019, 15:01

Ҡаһарманда һыйырҙар йөҙә

Һыу инергә барғанда йылға аша һыйырҙарҙың йөҙөп сығып килгәнен күргән ҡунаҡтар: "Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ, һыйырҙар йөҙә!" – тип был күренеште смартфондарына төшөрә башланы.

Данир Ғәйнуллин фотоһы.
Һыу инергә барғанда йылға аша һыйырҙарҙың йөҙөп сығып килгәнен күргән ҡунаҡтар: "Ҡарағыҙ, ҡарағыҙ, һыйырҙар йөҙә!" – тип был күренеште смартфондарына төшөрә башланы.
– Мин йөҙгән аттарҙы, боландарҙы күргәнем бар, әммә Белорет районы Ҡаһарман ауылында һыйырҙар йөҙә! – тип ғәжәпләнде Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин.
Был Ҡаһарман ауылы өсөн ғәҙәти күренеш, сөнки элек-электән һыйырҙар иртәнсәк аръяҡҡа үлән уртларға юллана, ә кисен кире үҙҙәре ҡайта.