Бөрөләге бөгөнгө сара бик матур концерт менән үрелеп барҙы.
Әйткәндәй, сығыштар ҙа ғаилә парҙарыныҡы ине, йырҙар тик мөхәббәткә арналды.
Тамашасыларҙы билдәле сәнғәт оҫталары Асҡар Абдразаҡов, Фәдис Ғәниев менән Лилиә Биктимерова, ҡумыҙсы Зәйнетдиновтар ғаиләһе, Заһир Зәйнетдинов һ.б. һоҡланғыс сығыштары менән ҡыуандырҙы.
Алдағы яҙмабыҙҙа әйтелгәнсә, сараны матур ғаилә пары Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар алып барҙы. Кисәнең төп ҡунаҡтары Виктория менән Антон Макарскийҙар булды.
Байрам салют менән тамамланды.