Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 14:13

Ғаилә йылылығы һүрелмәһен

Башҡортостанда яңы матур байрамға, йолаға нигеҙ һалынды. Хәҙер йыл һайын Бөрө ҡалаһында 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәк. Дүшәмбе көн тәүге байрам саралары үтте. Бында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән уның хәләл ефете Каринэ Хәбирова ҡатнашты.

Динар Кәлимуллин фотоһы.
Башҡортостанда яңы матур байрамға, йолаға нигеҙ һалынды. Хәҙер йыл һайын Бөрө ҡалаһында 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнәсәк. Дүшәмбе көн тәүге байрам саралары үтте. Бында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән уның хәләл ефете Каринэ Хәбирова ҡатнашты.


Байрамдың матур тарихы бар. Петр Муром кенәзе Павелдың ағаһы була. Ул бик ҡаты ауырып китә һәм уны ни бары ябай умартасы ҡыҙы Феврония ғына һауыҡтыра ала. Улар араһында мөхәббәт хистәре уяна, өйләнешәләр. Боярҙар ҡыҙҙың ябай ғаиләнән булыуын оҡшатмай, никахҡа ҡаршы сыға, Петрға Февронияны ташларға ҡуша. Тик был ваҡытта мәрхүм ағаһынан һуң кенәз булып ҡалған Петр һөйгәнен ташламай, уның менән бергә Муромдан сығып китә. Шул саҡ ҡалаға ҙур афәт килә. Боярҙар уларҙы ҡыуып ниндәй ҙур хата эшләгәндәрен аңлай һәм кире ҡайтаралар. Петр менән Феврония мөхәбәттә һәм тоғролоҡта бик оҙаҡ йәшәйҙәр һәм бер көндә, бер сәғәттә үләләр. Уларҙы бер ҡәбергә ерләйҙәр. Шул саҡтарҙан алып улар ғаилә, мөхәббәт өсөн изгеләргә әүерелә.


Әлеге мәлдә Бөрөләге сиркәүҙә Петр менән Февронияның изге тупрағы ята. Бер һүҙ менән әйткәндә, был байрамды үткәреү өсөн Бөрө осраҡлы һайланманы.


Ҡаланың төп майҙанына халыҡ дәррәү килде, унда алма төшөр ҙә урын ҡалмағайны. Әйткәндәй, бөрөләргә тәбиғәт үҙе лә теләктәшлек итте кеүек: был көндө республика буйынса ямғыр яуып, болотло көн торһа, ҡалала һауа торошо яҡшы, ҡояшлы, ямғырҙың әҫәре лә булманы.


Майҙанда йәрминкәләр, күргәҙмәләр гөрләне. Башҡорт, рус, мари, сыуаш, удмурт халыҡ көйҙәре һәм йырҙары яңғыраны. Милли кейемдәге ҡатындар үҙ халыҡтарының кәсептәренә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Ҡул эштәре йәрминкәһе лә күптәрҙе йәлеп итте. Бынан тыш ҡаланың төрлө предприятиелары ла үҙҙәре тураһында күргәҙмә ойоштороп, тауарҙарын күрһәтә алды. Әле емеш-еләктең өлгөргән мәле: майҙанда сауҙа итеү ойошторолдо. Халыҡ рәхәтләнеп урман һәм ҡайын еләгенән, ҡарағат, ҡурай еләгенән ауыҙ итте.
Сараның программаһы бик бай һәм күңелле булды. Өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла ҡы­ҙыҡлы программа әҙерләнгәйне. Байрам ғаиләнеке булғас, уға килеүселәр ҙә ғаиләләре, балалары менән бергә ине. Балалар өсөн бик күп уйын майҙансыҡтары эшләне, төрлө бәй­геләр, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.


Байрамдың төп өлөшө ла­йыҡлы ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы ине. Уны республи­кабыҙҙың билдәле мөхәббәтле пары Гөлназ менән Руслан Хайсаровтар алып барҙы.

Башҡортостан Башлығы ва­зифаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы Радий Хәбиров йыйылған халыҡты ихлас сәләмләне.
– Матур йолаға нигеҙ һала­быҙ. Артабан ул йыл да дауам итәсәк: һеҙҙең бәрәкәтле, ҡунаҡ­сыл ерегеҙҙә 8 июль һайын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәрәсәкбеҙ. Ғаилә – иң юғары, мөһим төшөнсә. Ул йә­шәргә көс, дәрт бирә. Ғаиләлә­ребеҙҙе һаҡлайыҡ, – тине Радий Фәрит улы.
Республика етәксеһе ҡаланы үҫтереү, төҙөкләндереү йәһә­тенән ярҙам буласағы хаҡында ла белдерҙе. Халыҡ быны дәр­рәү алҡыштар менән ҡабул итте.
Тантанала төбәк етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла сығыш яһаны.
– Бөгөн бик матур байрам. Теләгем шул: бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, яратығыҙ. Ғаилә­геҙҙәге йылылыҡ башҡаларҙы ла йылытыуға етһен, – тине ул.
Байрамда шулай уҡ сәйәс­мән, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы Валентина Петренко, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынба­ҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Лена­ра Иванова, Дәүләт Думаһы депутаты, спортсы, йәмәғәт эш­мә­кәре Рима Баталова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Өлгөлө ғаиләләргә наградалар тапшырыу тантананың иң матур өлөшө булды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны Каринэ Хәбирова Стәрлетамаҡтан Вәсилә һәм Айрат Зариповтарға, Мишкә районынан Мария һәм Андрей Михайловтарға, Көйөргәҙе районынан Татьяна менән Конс­тантин Сергеевтарға, Бөрө районынан Ирина һәм Александр Федориндарға “Ата-әсә фиҙа­кәрлеге” миҙалын тап­шырҙы. Уларҙың барыһы ла респуб­ли­кабыҙ һәм илебеҙ өсөн лайыҡ­лы балалар үҫтергән кешеләр.
Төбәк етәксеһе ҡулынан юға­ры награда алған ике ғаилә – Зариповтар һәм Михайловтарҙы респуб­ликала белмәгән кеше­ләр һирәктер. Был ике ғаиләлә лә Паралимпия чемпиондары үҫкән. Зариповтар Канадалағы Паралимпия уйындарында дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яулаған Ирек Зариповты үҫ­терһә, Михайловтар саңғы ярышы һәм биатлон буйынса Турин, Ванкувер һәм Сочи Паралимпия уйындары чемпионы Кирилл Михайловҡа ғү­мер биргән.
Вәсилә менән Айрат Зари­повтарҙы белмәгән кеше һирәк­тер. Ирек атаһы менән әсәһе ту­раһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтә. Улар сәләмәт тормош алып бара, эштәрендә, хеҙмәт­тәш­тә­ре һәм дуҫтары араһында хөр­мәт­ һәм ихтирам ҡаҙан­ғандар.
Улдары Ирек мәктәптә уҡы­ған саҡта уҡ спорт менән шө­ғөлләнә башлай, тик фажиғәле авария уны бер ни тиклем ҡаҡ­шата. Әммә, аяҡһыҙ ҡалһа ла, егет һынмай, киреһенсә, сәм­ләнеп спорт менән шөғөлләнә башлай һәм бик ҙур уңыштарға өлгәшә. Бында, һис шикһеҙ, ата­һы менән әсәһенең тырышлығы, сабырлығы ҙур. Улар улдарына булған ышанысын бер ҡасан да юғалтмай, уға кире күтәрелер көс бирә.
Иректе хәҙер бөтә донъя бе­лә. Уның төрлө наградаларын һәм уңыштарын һанап бөтөрлөк түгел. Шундай ул тәрбиәләгән ата-әсә, әлбиттә, ҙур баһаға ла­йыҡ.
Шулай уҡ байрамда “Мөхәб­бәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙал­дары тапшырылды. Был ғә­мәлде Ленара Иванова, Валентина Петренко һәм Рима Баталова атҡарҙы. Миҙалға Бөрөнән Рәсүлә һәм Салауат Усмановтар, Благовещен районынан Надежда һәм Анатолий Яриндар, Борай районынан Гөлфинә менән Шамил Миңләхмәтовтар, Илеш районынан Рүзилә һәм Камил Фәтхетдиновтар, Кушнаренко районынан Альбина һәм Әмир Замановтар, Мишкә районынан Ирина һәм Георгий Аликаевтар, Өфө районынан Мәр­йәм менән Салауат Булатовтар, Саҡмағош районынан Сәриә һәм Илфир Хөснөт­диновтар лайыҡ булды.
“Йыл ғаиләһе-2019” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңгән ғаиләләр ҙә тәбрикләнде: күп балалы ғаилә номинацияһында еңеү яулаған Фәриҙә һәм Илдус Сәлиховтар һәм “Ғаилә – йолалар һаҡлаусы” номинацияһында алдынғылар Дүртөйлө районынан Лиана менән Ринат Байморатовтар. Уларҙы Эльвира Айытҡолова бүләкләне.
– Матур көн, матур байрам. Өфөлә ямғыр, һыуыҡ, ә бында – ҡояш. Юҡҡа түгелдер был. Әйҙәгеҙ, ошо байрамды артабан да матур дауам итәйек. Һәр ғаиләлә мөхәббәт, тоғролоҡ хөкөм һөрһөн. Бәхетле булығыҙ, – тине Эльвира Айытҡолова.
Байрам матур концерт менән үрелеп барҙы. Көн дауамында Бөрө ҡалаһының артистары, үҙешмәкәр һәм балалар коллективтары сығыш яһаһа, кисен сәхнәгә республика йондоҙҙары күтәрелде. Ғаилә көнө сағыу фейерверк менән тамамланды.