Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 16:35

Луизалар айҙан ашыу ҡайҙа йөрөгән?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Луизаны яҡлау өсөн эшҡыуар Азамат Ғәлин адвокаттар яллағайны. Ул ҡатындың ире Марат менән аралашҡан һәм ҡайһыбер яңылыҡтарҙы белгән...

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Луизаны яҡлау өсөн эшҡыуар Азамат Ғәлин адвокаттар яллағайны. Ул ҡатындың ире Марат менән аралашҡан һәм ҡайһы бер яңылыҡтарҙы белгән икән.
Шулай итеп, ғаилә юҡ булғас та, улар шунда уҡ сит илгә ҡасҡан тигән фараздар күп ине. Тик был ысынбарлыҡҡа тап килмәй булып сыҡты. Баҡтиһәң, улар тәүге көндәрҙә Салауат янындағы йылға буйында палаткала йәшәгән. Аҙыҡ-түлектәре бөткәс, кире ҡалаға ҡайтҡандар, машиналарын Луизаның атаһының гаражында ҡалдырғандар. Артабан икегә бүленеп, һәр береһе берәр бала менән Ҡазанға юлланған. Ғәҙәттә, был ваҡытта унда туристар күп, шуға артыҡ иғтибар итеүсе булмағандыр.
Ҡазанда осрашҡас, ике-өсәр көнгә фатирҙы ҡуртымға алып йәшәгәндәр. Хужаларға документтарын күрһәтмәгәндәр: йә машинала ҡалды, йә аҙаҡ тип алдағандар.
Ғаиләнең нисек тотолоуы тураһында улар белмәй. Азамат Ғәлин белдереүенсә, берәү ҙә бер кемгә лә шылтыратмаған. Моғайын, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте шулай һәйбәт эшләгәндер. Әйткәндәй, ир бында ла биржала уйнауын дауам иткән. Бәлки, уны шунда юллағандар һәм аҙаҡ ғаилә эҙенә төшкәндәрҙер.


Луиза үҙе һаман өндәшмәй, тиҙәр.
Шуныһы: халыҡ быға ышанмай. Йәнәһе улар аҡсаны йәшергән дә, хәҙер баштарын иҫәргә һала. Кем белә...
Читайте нас: