Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2019, 20:12

Йәне көйгәс, ҡатынына ут төрткән

Матур ғына башланған табынға шешә артынан шешә сығып ултыра...

Фото: montrealex.livejournal.com
Ҡайһы берәүҙәрҙең, ҡатынына асыуы килгәндә, уны “яндырып” ташлағыһы килә. Ә бына Ҡалтасы районы кешеһе быны тура мәғәнәһендә эшләгән. Хәҙер 68 йәшлек ир ғүмеренең ахырынаса төрмәлә ултырырмы икән?
Эш былайыраҡ була. Ир 46 йәшлек өйҙәш ҡатыны менән ҡунаҡҡа бара. Матур ғына башланған табынға шешә артынан шешә сығып ултыра. Ярайһы уҡ иҫереп алған мөхәббәтле пар һүҙгә килешә. Йәне көйгән ир янында ултырған ҡатынына спирт һибә һәм уға ут төртә.
Меҫкендең тәне ныҡ бешә. Уны тиҙ арала дауаханаға оҙаталар, тик табиптар ғүмерен ҡотҡара алмай – ул йән бирә.