Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2019, 12:40

Луизаны ҡотҡарыуға Марат аҡса һорай. Йыйышабыҙмы?

Шунан, ҡаранығыҙмы кисә “Пусть говорят” тапшырыуын? Ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы Марат һәм был сығарылыш?

Шунан, ҡаранығыҙмы кисә “Пусть говорят” тапшырыуын? Ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы Марат һәм был сығарылыш?


Ҡарамағандар өсөн бына уның эстәлеге.
Ҡыҫҡаһы, аҡса юҡ. Мараттың һөйләүенсә, улар был аҡсаны банктан йыл ярым дауамында яйлап сығарған, ә ысын аҡсаны муляжға алмаштырған. Луиза алып ҡайтҡан аҡсаны ул ҡомарлы уйындарҙа оттороп барған.
Студия ҡунаҡтары, банк эше эксперттары, криминалистар, психологтар был тарихҡа ышанманы һәм уны уйлап сығарылған, тине. Нисек инде банкта йыл ярым буйына ревизия, тикшереү үткәрелмәй торһон?
Юҡ булған аҡса күләме – 25 миллион һум самаһы. Уларҙың иң ҙур өлөшө йыл ярым дауамында сығарылған һәм иң һуңғы көндө, 27 майҙа, Луиза һуңғы 1 миллионды һәм яһалма аҡсаларҙы алған һәм ғаилә ҡасҡан.
Әйткәндәй, был миллион һум да тотонолоп бөткән. Марат белдереүенсә, бер өлөшө йәшенеп ятыу, Ҡазанда фатирҙар алмаштырыу өсөн китһә, ҡалғанын ир шулай уҡ ҡомарлы уйындарҙа отторған. Ул нисек тә булһа еңеренә һәм бөтә аҡсаны ла бер юлы ҡайтара алыуына ышанған. Тик уңыш ҡына килмәгән...
Ышанырғамы, юҡмы? Әллә. Студия ҡунаҡтары уларға ышанманы. Кемдер аҡса бар һәм йәшерелгән тигән фекерҙә, икенселәр, улар ысынлап та юҡ, һәм Марат бандиттарҙан ҡурҡып килгән, тиҙәр. Шуныһы, тапшырыуҙа төшөп ҡайтып килгән ирҙе аэропортта уҡ ҡулға алдылар. Бәлки, ысынлап та һаҡ аҫтында булыу уның өсөн яҡшыраҡтыр?
Тапшырыу һуңында Марат халыҡтан ярҙам һораны. Аҡсалата... Луизаны ҡотҡарыу өсөн. Йыйышабыҙмы?
Читайте нас в