Кисә республикала йәнә бер ҡурҡыныс фажиғә булды.
Өфө районында “Ағиҙел” туристик базаһынан алыҫ түгел урында 23 йәшлек егет һыбай килеш Ағиҙелгә инә. Ат тәрәнгә йөҙөп барып еткәс, егет малҡайынан шыуып төшә һәм һыу аҫтына китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул кире сыҡмай.
Әйткәндәй, ат кире ярға йөҙөп сыға. Һыбайлыны эҙләү өсөн бер нисә водолаз йәлеп ителә. Һөҙөмтәлә уның кәүҙәһе табыла.
Әллә егет йөҙә белмәнеме икән? Бик йәл...