Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 19:29

Бында еләк күп икән, айыу-бүре юҡ икән...

Гектарҙарға һуҙылған ерҙә баҡса еләге түшәлеп ятҡанын күргәнегеҙ бармы? Ай-һай, юҡтыр. Кисә Шаран яҡтарына командировкаға барғанда үҙ күҙҙәребеҙ менән йәйрәп ятҡан плантацияны күреп, хайран ҡалып ҡайттыҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Гектарҙарға һуҙылған ерҙә баҡса еләге түшәлеп ятҡанын күргәнегеҙ бармы? Ай-һай, юҡтыр. Кисә Шаран яҡтарына командировкаға барғанда үҙ күҙҙәребеҙ менән йәйрәп ятҡан плантацияны күреп, хайран ҡалып ҡайттыҡ.


Бар бит егәрле егеттәр! Берәүҙәре иртәнге сәғәт 4-тә тороп, ең һыҙғанып еләк йыйып, Өфөгә һатырға юллана, икенселәре һалҡын шишмә һыуын оҫта ҡулланып, балыҡ үрсетә, өсөнсөләре илле сутый ерҙә аллы-гөллө сәскә үҫтереп, мул табыш ала. Ер кешеләренең сәмләнеп донъя көтөүен, аҡса эшләй белеүен, саф һауала тирләп бешеп, ҡара янып эшләп йөрөүен күреп, ҡыҙыҡтыҡ та, һөйөндөк тә. Беҙ тынсыу кабинеттарҙа ултырып йәй үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Ә улар йәй буйы тәбиғәт ҡосағында...


“Шаран баҡсаһы” ауыл хужалығы кооперативы һәр көн һайын Өфөнөң Спорт һарайы алдында емеш-еләк һата, хаҡтар “тешләшмәй”. Үҙең барып йыйһаң, тағы ла арзаныраҡ, тип ҡолағығыҙға төшөрмәксебеҙ. Ҡурай еләге лә бешкән, ҡарағат та өлгөргән.


Ҡәләмдәштәр, һеҙ ҙә

Ултырмағыҙ өйҙә.

Компьютерҙы һүндереп,

Йәйҙе күрергә, әйҙә!


Шарандың иң шәп егеттәре менән уҡыусыларыбыҙҙы “Башҡортостан” гәзитенең киләһе һандарында таныштырырбыҙ.
Читайте нас: