Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2019, 18:09

Иғтибар: бала юғалған!

Малай өйөнән кисә сығып киткән һәм әлегә тиклем ҡайҙалығы тураһында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ.

Фото: vk.com
Өфө районының Шмидт ауылында 2005 йылғы бала юғалған.
Александр Кузнецовҡа 13 йәш. Ул кисә өйөнән сығып киткән һәм әлегә тиклем ҡайҙалығы тураһында бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ. Был турала “Лиза Алерт” эҙләү отряды хәбәр итә.


Малайҙың билдәләре: буйы 150 сантиметр, ябыҡ, сәстәре һары, күҙе йәшел-һоро.

Юғалған көндө һоро футболка, һоро шорты, йәшел резина тәпешкә кейгән булған.


Кемдә кем баланың ҡайҙалығын белһә, полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.