Йәмғиәт
12 Июля 2019, 11:46

Их-х-х, Луиза...

Республикабыҙҙы ғына түгел, бөтә илде шаулатҡан был тарих – Голливуд киноһын төшөрөү өсөн бына тигән әҙер сценарий. Тел төбөн күптәр аңлағандыр – һүҙ Салауат ҡалаһында йәшәгән, “быуат урлашыуы” яһанылар тигән дан алған Хәйруллиндар ғаиләһе тураһында. Дөрөҫөрәге, үҙе эшләгән банктан 23 миллион һум самаһы аҡса урлап, ире һәм ике ҡыҙы менән ҡасҡан Луиза хаҡында. Уҙған аҙнала был күп шау-шыу тыуҙырған ваҡиғаға нөктә ҡуйыла яҙҙы – айҙан ашыу юғалған ғаиләне табып, ҡатынды ҡулға алдылар. Хәйер, барыһы тураһында ла ентекләберәк.

Республикабыҙҙы ғына түгел, бөтә илде шаулатҡан был тарих – Голливуд киноһын төшөрөү өсөн бына тигән әҙер сценарий. Тел төбөн күптәр аңлағандыр – һүҙ Салауат ҡалаһында йәшәгән, “быуат урлашыуы” яһанылар тигән дан алған Хәйруллиндар ғаиләһе тураһында. Дөрөҫөрәге, үҙе эшләгән банктан 23 миллион һум самаһы аҡса урлап, ире һәм ике ҡыҙы менән ҡасҡан Луиза хаҡында. Уҙған аҙнала был күп шау-шыу тыуҙырған ваҡиғаға нөктә ҡуйыла яҙҙы – айҙан ашыу юғалған ғаиләне табып, ҡатынды ҡулға алдылар. Хәйер, барыһы тураһында ла ентекләберәк.


Алсаҡ, тәртипле ҡатын



36 йәшлек Луиза Хәйруллина Салауат ҡалаһынан. Ул “Россельхозбанк”тың урын­дағы филиалында өлкән кассир вази­фаһында эшләй. Ҡатынды бөтәһе лә хөр­мәт итә. Хеҙмәттәштәре, таныштары уның һәр ваҡыт алсаҡ, ихлас, ярҙамсыл булы­уын хәтерләй. Ул үҙен ҡарап, зауыҡлы кейенә, спортзалға йөрөп, буй-һынын да тәртиптә тота. Иренә ышаныслы тормош иптәше, балаларына – һөйөклө әсәй. Бер һүҙ менән әйткәндә – бар яҡлап та өлгөлө ҡатын.
Уларҙың ғаиләһе лә ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлана. Хәйруллиндарҙың һигеҙ һәм ун ике йәшлек ҡыҙҙары үҫә. Ире Марат та эшлекле һәм ты­рыш егет, ти таныштары. Ул Себерҙә лә эшләй, бында ла төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт итеп, ғаиләһе өсөн аҡса табырға әҙер. Быға дәлил – улар Салауат ҡалаһы янында, урындағы “Рублевка”нан (хәлле кешеләр йәшәгән коттедждар районы) ер алып, ҙур итеп өй һалған. Ике автомо­билдәре – “Рено Дастер” менән “Дэу Матиз”дары булған. Шулай уҡ ипотекаға алынған бер бүлмәле фатирҙары ла бар икән. Ҡыҫҡаһы, ғаилә ярлы түгел.
Күршеләре, таныштары улар тураһында тик яҡшы фекерҙә: бер-береһен яратып өйләнешәләр, ҡыҙҙарын матур тәрбиәләйҙәр. Балалары өсөн икеһе лә үлә яҙып тора, уларҙың тормошон яҡшыраҡ итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалалар...
Һәм бына “данлыҡлы” 27 май етә... Был көндө Башҡортостандың ҙур булмаған Салауат ҡалаһы, дөрөҫөрәге, унда йәшәгән кассир тураһында бөтә ил ишетә. Өлгөлө һәм маҡтаулы кассир үҙе эшләгән банктан 23 миллион һум аҡса урлай! Әйткәндәй, ни­сә һум аҡса юғалыуы тураһында әле һаман аныҡ ҡына мәғлүмәт юҡ. Банк хеҙмәткәр­ҙәре белдереүенсә, кассанан 9 миллион һум, 140 900 доллар һәм 101 315 евро ур­ланған. Доллар менән евроның курстары тегеләй-былай һикергән кеүек, аҡсаның күләме лә “ырғый”, берәү­ҙәр “23 миллион” тиһә, икенселәре, 25 миллион хаҡында һүҙ бара, ти. Хәйер, быныһы артыҡ мөһим дә түгел кеүек. Миллиондарҙың күпмелегенән бер ни ҙә тормай.
Шулай итеп, хәл былайыраҡ була. Дүшәмбе көнө ҡатын ғәҙәттәгесә эшкә килә, тик “балам сирләп тора, уны поликлиникаға алып барырға кәрәк” тигән һылтау табып, төшкөһөн эштән һорап китә. Үҙе менән ҡулында көн дә йөрөткән ҡатын-ҡыҙ сумкаһы ғына була.
Ҡыҫҡаһы, Луиза ул көндө эшенә кире әй­ләнеп килмәй. Ә кискеһен, банктағы тик­шереү мәлендә, ҙур сумманың юҡҡа сығыуы асыҡлана. Өлкән кассир булараҡ, уның банктағы бөтә бүлмәләргә лә, шул иҫәптән аҡса һаҡлау урынына инә алыу мөмкинлеге була. Аҡсаның етмәүен асыҡлағас та, хеҙмәт­тәштәре уға шылтырата, телефонды алыусы булмағас, полицияға хәбәр итәләр. Кис өйҙәренә барғас, унда Хәйруллиндарҙан да, аҡсанан да елдәр иҫкәне асыҡлана. Ни бары ашығыс рәүештә тегендә-бында ташланған әйберҙәр генә ҡаршы ала хоҡуҡ һаҡсыларын.


“Ҡас, Луиза, ҡас!”



Бына шунда шау-шыу башланды ла ин­де. Был яңылыҡ “һә” тигәнсә интернет сел­тәрендә таралды. Шуныһы ҡыҙыҡ: бур ҡатынды күптәр яҡлай, был аҙымын хуплаусылар артҡандан-арта. Бына бит нин­дәй батыр ҡатын, йылдар буйы кешеләрҙе ҙур процентлы кредиттар менән талаған банктың үҙен талаһын әле! Әлеге лә баяғы, шул интернетта “Ҡас, Луиза, ҡас!” тигән акция кеүек нәмә барлыҡҡа килә, ошондай хэштегтар менән мәғлүмәттәр донъя күрә башлай. Был турала ниндәй генә яңылыҡ сыҡмаһын, халыҡ уны шунда уҡ тотоп ала һәм ҡатынды яҡлауын дауам итә. Эйе, “бур төрмәлә ултырырға тейеш”, “урлашыу яҡшы түгел”, “ни эшләп бөтәһе лә бурҙы яҡлай ул” ти­гәндәр ҙә була, көнләшеүселәр, яман­лыҡ теләгәндәр ҙә осрай. Интернетта ла шул уҡ тормош бит инде, төрлө уйлы ке­шеләр бар. Шулай ҙа күпселектең дыуамал ҡатын­ды яҡлауы аптырата. Күптәр уның тотолмауын теләй, нығыраҡ йәшенергә кәңәш итә.
Аңлашыла, ғаилә юҡ булыу менән, уларҙы эҙләй башлайҙар. Тәү сиратта, хоҡуҡ һаҡлау органдары, аҙаҡ улар яҙмышы тура­һында борсолған туғандары, хатта ябай кешеләр ҙә тирә-яғын иғтибар­лабыраҡ ҡарап йөрөй башлай. Ни өсөн тигәндә, улар тураһында мәғлүмәт биргән кешегә 1 миллион һум аҡса вәғәҙәләйҙәр бит.
Иң тәүге фараздар буйынса, ғаилә Салауат ҡалаһынан ни бары 500 километр алыҫлыҡта ятҡан Ҡаҙағстанға һыпыртҡан­дыр, тиҙәр. Был ысынбарлыҡҡа тура килә кеүек ине: сик яҡын, сит илгә ҡасҡан бул­һалар, тотолоуҙары икеле, Ҡаҙағстандан икенсе дәүләттәргә сығып китеү еңелерәк бит. Был фараз ысынға сыҡһа, бәлки, уларҙы әле лә тота алмаған булырҙар ине...


Марат “аҡ” һәм “йомшаҡ” түгел...



Ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәт­тәр менән донъя тула. Уйлап ҡараһаң, нисә йылдар буйы яйға һалған тормошоңдо ташлап, ғүмер буйы бәләкәй балалар менән йәшеренеп йәшәр өсөн 23 миллион һум күп аҡсамы ни? Уларҙың үҙҙәре һалған йорто ғына яҡынса 8-10 миллион һумға торошло бит. Тағы, ипотекала булһа ла, фатир, ике автомобиль бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, был аҙым бер нисек тә аҡланмай кеүек. Бөгөн, һәр аҙымды камералар, интернет “күҙәткән” заманда, кешенең ҡайҙалығын асыҡлау бер ни ҙә түгел бит. Эш ваҡытта ғына.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, был тарихта әллә криминал эҙе бармы икән, тигән фараздар ҙа күп булды. Айырыуса быға Луизаның атаһы һәм яҡындары ышанды. Ни өсөн тигәндә, улар бер нисек тә ҡатындың бындай аҙымға барыуына ышана алмай ине.


Шул саҡта уның ире Мараттың да тәүҙә әйтелгәнсә “саф һәм пак” кеше түгеллеге тураһында мәғлү­мәттәр өҫкә ҡалҡа башланы. Баҡтиһәң, ир ҡомарлы уйындар менән мауыға, брокер ставкалары яһай икән. Бындай хәл 2016 йылда бер булып, ҙур ғына суммаға бурысҡа батыуҙары, шул сәбәпле автомобилдең береһен ломбардҡа тапшырыуҙары ла асыҡланғайны. Әйткәндәй, бы­ныһы ла тулыһынса дөрөҫ булмай сыҡты: автомобилде ғаилә ғәйеп булып, бер ай самаһы ваҡыт үткәс, Луизаның атаһының гаражында таптылар. Машина салонындағы әйберҙәргә ҡараһаң, ғаиләнең ысынлап та ҡасырға әҙерләнеүе төҫмөрләнә ине: унда йоҡо ҡаралтылары, мендәр, юрғандар, ниндәйҙер кейемдәр тейәлгән була.
Мараттың насар ғәҙәттәре асыҡланғас, халыҡ ысын мәғәнәһендә ҡатын һәм уның балалары өсөн хафалана башланы. Иренең бурыстары өсөн бандиттар аҡса урлатып, үҙҙәрен үлтерҙеләр инде, тип фаразланы күптәр. Йәнәһе, дүрт кешенең бер юлы юғалып, оҙаҡ ваҡыт бер хәбәрһеҙ йәшенеп ятыуы мөмкин түгел.


Был тарихҡа нөктә ҡуйыу иртәрәк



Һәм бына финал... 4 июль төнөндә Хәйруллиндар ғаиләһен сит илдән дә, күрше Ҡаҙағстандан да, төпкөл ауылдан да түгел, ә бына ғына торған Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда ҡулға алалар. Бына һиңә мә!
Баштан уҡ ниндәйҙер романтикаға сол­ғанған тарих ҡапыл селпәрәмә килде. Банктарҙан ҙур процентлы кредиттар алып, уны саҡ-саҡ түләгән кешеләр Луизаны “изге”ләр рәтенә индереп бөткәйне бит инде. Мин үҙем генә уның өсөн ҡайғырған, тотолоуына йәне көйгән бик күп кешеләрҙе беләм. Әйтерһең, бер туғанын тотоп төрмәгә ултыртҡандар...
Шулай итеп, Хәйруллиндар тотолдо. Яндарында ла, ҡуртымға алынған фатирҙа ла урланған миллиондар табылмай. Уларҙы шул уҡ төндө Өфөгә алып ҡайттылар. Балаларҙы Луизаның атаһы Салауатҡа алып ҡайтып китте. Күптәр ҡатнашыусы булараҡ Марат та һаҡ аҫтына алыныр тип фараз­лай ине, тик һорау алғандан һуң ирҙе өйө­нә ҡайтарып ебәрҙеләр. Ә Луиза ултыра. Әлегә яңғыҙ камерала, шарттарға зарланмай, тиҙәр.
Ҡатындың ике адвокаты бар. Әйткәндәй, ғаилә ғәйеп булғас, республикала билдәле бер йәмәғәт эшмәкәре һәм эшҡыуар, улар тотолһа, адвокат өсөн үҙем түләйәсәкмен, тип вәғәҙә биргәйне. Эшҡыуар һүҙендә торҙо һәм Луиза өсөн яҡшы адвокаттар ялланы. Улары әйтеүенсә, ҡатын журналистар менән аралашырға ҡушмаған һәм эштең барышы тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашмауҙы үтенгән. Шуға күрә уларҙан әлегә бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ.
Ә интернет һаман имеш-ми­меш­тәр менән ҡайнай. Һуңғы мәғлү­мәттәр шундай: мил­лион­дар­ҙан әллә ҡасан елдәр иҫкән. Әгәр дөрөҫ булһа, Марат ул аҡсаны ҡомарлы уйындар уйнап һәм ставкалар яһап йыйған бурыстары өсөн түләгән. Аҡса оҙаҡ ваҡыт дауамында сығарылған һәм шунда уҡ тотонолоп торған тигән фараз да бар, тик уныһы бөтөнләй ысынға оҡшамаған. Әйткәндәй, ир Мәскәүгә, федераль кимәлдәге тапшы­рыуға барып халыҡҡа мөрәжәғәт итергә, улар ярҙамы менән аҡса йыйып, Луизаның срогын ҡыҫҡартырға йыйына икән, тигән мәғлүмәт тә бар. Хәлдәр, ысынлап та, ошолай икән, уйынсы иргә кем генә ярҙам итер инде?
Ҡыҫҡаһы, был тарихҡа нөктә әле генә ҡуйылырға уйламай ҙа. Тәүҙә герой булып тойолған Луизаға ҡарата халыҡтың күңеле ҡайтты ла ҡуйҙы. Шулай инде, уға ике ҡыҙын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, ә ул иренең һүҙенән сыға алмауы арҡаһында төрмәлә ултырһынмы?
Ошо урында ниндәйҙер һығымта яһарға, йомғаҡтар эшләргә кәрәк кеүек. Тик улар юҡ. Һәр кем был тарихты үҙенсә ҡабул итте һәм һығымтаһын да үҙе өсөн үҙе яһар. Шәхсән миңә балалар йәл...
Читайте нас