Мөхәмәтйәновтарҙың күп балалы ғаиләһенә бала ҡайғыһы бер-бер артлы килә.
Күптән түгел генә балалар майҙансығында уйнап йөрөгән бәләкәс улдары фажиғәле вафат булһа, кисә Мәскәү ҡалаһындағы ҡунаҡханаларҙың береһендә стюардесса булып эшләгән ҡыҙҙары Альбинаның үле кәүҙәһе табылды. Мәғлүм булыуынса, уны быуып үлтергәндәр.
Альбина үҙе тыуып үҫкән Яр Саллы ҡалаһының иң сибәр ҡыҙҙарының береһе була. Бәләкәйҙән һауала осорға, стюардесса булырға хыяллана һәм быға өлгәшеү өсөн барыһын да эшләй. Тәүҙә медицина колледжын тамамлай, аҙаҡ бортпроводниктар курстарына йөрөп, был һөнәрҙе үҙләштерә. Тәүҙә Альбина Ҡазанда эшләй, аҙаҡ Мәскәүгә күсә.
Ҡустыһының үлемен ҡыҙ бик ауыр кисерә. Оҙаҡ ваҡыт депрессияла була, туғандары һәм яҡындары уны был хәлдән саҡ “һөйрәп сығара” ала.
Һәм бына ғаиләлә йәнә ҙур фажиғә. Бик һылыу һәм аҡыллы ҡыҙҙың артынан йөрөгән егеттәрҙең күп булыуы аңлашыла. Әле 105-се статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бында ниндәйҙер егеттең ҡатнашлығы булыуы ихтимал тигән фараз бар. Әле үлтереүсене эҙләү дауам итә.