Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2019, 14:29

Айгөл кеүек йырлай алғандар бармы?

"Нисек шулай нескә һәм матур итеп йырлап була икән ул? Ҡайҙан сыға ул тауыш? Айгөл Ҡазан тамашасыһына кәрәк".

Фото: "Интертат"
Фото: "Интертат"
Танышым Ҡазанда йәшәй. Күптән түгел ҡалала Айгөл Һағынбаеваның концерты үтеүе, халыҡтың уның алҡышлап оҙатыуы хаҡында ғорурланып һөйләне ул. Тиҙҙән Айгөлдөң концерты хаҡында “Интертат” сайтында Алинә Айдарованың мәҡәләһе лә донъя күрҙе.
“Концерт барышында үҙ-үҙемә һорау биреп ҡуйҙым, – тип яҙа ул. – “Татар эстрадаһында Айгөл кеүек йырлай алғандар бармы?” тинем. Мин музыкаль мөмкинлектәр тураһында әйтмәйем, ә һәр бер ишекте, һәр бер нотаны күңел түренән сығарып, уларҙы шишмә ағымылай иҫ киткес тауыш менән биҙәп, аҙағына ҡәҙәр еткереүе тураһында һораным. Янымда ултырған бер апай менән дә аралашып алдым. “Айгөл Хәйри”, – тине ул миңә. Эйе, ул бар, ләкин концерттар ҡуймай. Гөлсирен Абдуллина иҫемә төштө. Уның репертуарында татар халыҡ йырҙары бар, ләкин ул да хәҙер тиҙ ритмлы, попсаға яҡыныраҡ булған йырҙарҙы йырлай.
Концерт шәп үтте! Тамаша ҡылыу ял итеү менән бер ине. Миндә, ниңә ҡайһы бер йырсыларҙың тауышын шишмә тауышы менән сағыштыралар икән, тигән һорау барлыҡҡа килгеләй ине. Нисек шулай нескә һәм матур итеп йырлап була икән ул? Ҡайҙан сыға ул тауыш? Белмәйем, Хоҙайҙан бирелгән һәләттер, күрәһең.

Айгөл Ҡазан тамашасыһына кәрәк. Уның алдағы концертын тағы һигеҙ йыл буйы көтәһе булмаҫ тип ышанабыҙ. Йышыраҡ кил, Ҡазанға, Айгөл!”
Читайте нас: