Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2019, 17:59

Стюардессаны үлтергән кеше табылған

Быға тиклем дә быуырға маташҡан булған...

Фото: Инстаграм
Фото: Инстаграм
Яр Саллы ҡалаһы ҡыҙы Альбина Мөхәмәтйәнованың Мәскәү ҡунаҡханаларының береһендә үле кәүҙәһе табылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Һылыуға 23 йәш булған. Уны быуып үлтергәндәр.
Альбинаның һәләкәтенә ғәйепле әҙәм ҡыҙҙы бүтәндәрҙән көнләшкән өсөн үлтергәнен таныған. “Яңылыш килеп сыҡты. Уның телефонында ят кеше менән яҙышҡанын күргәйнем, тауыш сыҡты”, – тип белдергән егет.
Аралашҡан кешеләре 25 йәшлек Никита Дениндың ҡыҙҙы элек тә быуырға маташҡанын белә. Был хаҡта уның танышы Марина: “Никитаның һүҙҙәре буйынса, улар өс ай элек осраша башлаған. Ҡайҙалыр бергә ял итергә лә йыйынғандар, әммә унан алда асыуланышҡас, ул ҡыҙҙы быуа башлаған. Хатта Альбинаның ауыҙынан ҡан киткән. Шулай ҙа ҡыҙ полицияға хәбәр итмәгән. Ул Никита менән ай ярым самаһы аралашмаған. Егет быны ауыр кисергән”, – тип һөйләгән.
Читайте нас: