Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2019, 13:19

Атаһы улын алып сығып китә лә...

Ә үҙенең үле кәүҙәһе табыла. Малай юҡ...

Фото: Czadrek Sokolovski/AP
Польшала бына инде дүртенсе тәүлек буйы биш йәшлек Давид Жуковскийҙы эҙләйҙәр.


32 йәшлек атай малайҙы 10 июлдә Гроджиск-Мазовецкий ҡалаһындағы өйҙәренән машинаһына ултыртып билдәһеҙ яҡҡа алып сығып китә. Шул уҡ көндә тимер юлы буйында ирҙең үле кәүҙәһен табалар. Машина өс саҡрым алыҫлыҡта, ә бына малайҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ. Уны йөҙләгән полиция хеҙмәткәре һәм хәрби эҙләй.


Польшаның Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, малайҙы эҙләүгә бөтөн көстәр йәлеп ителгән.


Ирҙең ҡомарлы уйындар менән мауығыуы, шунлыҡтан финанс проблемалары булыуы, ғаилә ағзаларын туҡмап йәшәүе лә асыҡлана.


Польшалағы Рәсәй вәкиллеге Давидтың Рәсәй гражданлығы булыуын раҫланы.