Эскән килеш һыу инмәгеҙ! Ошо хаҡта күпме иҫкәртһәләр ҙә, уны ҡолағына ла элмәгәндәр бар шул. Кисә бәләгә тарыған ғаиләнең дә фажиғәһенә эске ғәйепле.
Өфө йылғаһының "Ҡомло" пляжынан өҫтәрәк ике кеше ултырған кәмә түңкәрелә. Ярҙағылар ярҙамға ашыға. Улар ҡатынды һөйрәп сығара ла ул, тик ир һыу төбөнә китә – һуңынан уның үле кәүҙәһен генә тартып алырға тура килә.
Ғаилә Шаҡша тирәһенән Инорс биҫтәһенә ҡәҙәр кәмәлә генә барырға теләгән. Тик иҫеректәрҙе һыу яратмай шул…