Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2019, 15:19

Был ни эш?

Өфөлә асфальт убылыуына күнегеп бөтөп киләбеҙ шикелле, әллә ни аптырамайбыҙ ҙа хәҙер. Хатта автомобиль тиклем автомобиль бер саҡ ер аҫтына китеп юҡ булды…

Фото: news.yandex.ru
Фото: news.yandex.ru
Өфөлә асфальт убылыуына күнегеп бөтөп киләбеҙ шикелле, әллә ни аптырамайбыҙ ҙа хәҙер. Хатта автомобиль тиклем автомобиль бер саҡ ер аҫтына китеп юҡ булды…
Был юлы Дим районының Ухтомский урамында асфальт ер аҫтына китте. Яуаплы белгестәр мәсьәләне асыҡланы, баҡтиһәң, йылылыҡ трассаһы плитәһе ватылыу һөҙөмтәһендә хәүефле хәл тыуған. Яңыраҡ ҡына ошондай хәүеф Өфөләге Октябрҙең 50 йыллығы, Әхмәтов урамдарында ла күҙәтелде. Махсус хеҙмәттәргә рәхмәт, улар эште оператив рәүештә башҡарырға, бәлә-ҡазаға юл ҡуймаҫҡа тырыша.
Ғөмүмән, Башҡортостанда соҡор-саҡырҙарҙы бөтөрөү буйынса көрәш ырамлы ғына барғандай, аяҡ аҫтындағы ер генә уйыла күрмәһен.
Читайте нас: