Был хоҡуҡ 40 йәштән өлкәнерәк рәсәйҙәр өсөн биреләсәк, тип яҙа үҙәк матбуғат саралары.
Рәсәй Хеҙмәт министрлығы әлеге ваҡытта диспансеризация үтеү өсөн түләүле бер көн биреү мәсьәләһен ҡарай.
Яңы ҡанундар буйынса, 40 йәштән өлкәнерәк һәр кем йыл һайын медицина тикшереүе үтергә хоҡуҡлы. Быға тиклем өс йылға бер диспансеризация үтә алалар ине.
Әйткәндәй, былтыр 21 миллион рәсәйле бушлай медицина тикшереүе үтһә, быйыл был һан 62 миллион буласаҡ тип күҙаллана.