Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2019, 18:54

Улан-Удэ ҡалаһын Башҡортостанға бирҙеләр...

Эйе, эйе, көтмәгәндә, Улан-Удэ ҡалаһын Башҡортостанға биреп ҡуйҙылар.

Фото: th-clip.net
Фото: th-clip.net
Эйе, эйе, көтмәгәндә, Улан-Удэ ҡалаһын Башҡортостанға биреп ҡуйҙылар. Етәкселәр түгел, әлбиттә. "Рәсәй 24" федераль телеканалының "белемле" журналистары.
Хәл былай булды. Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһында күперҙә 13 машина ҡатнашлығында транспорт фажиғәһе килеп сыҡты. Ошо хаҡта тапшырыу ваҡытында экранда "Улан-Удэ. Башҡортостан" тигән яҙыу пәйҙә булды.
Әйткәндәй, Мәскәү журналистары ил географияһын "үтә яҡшы" белеүен беренсегә генә раҫламай инде. Уларҙың төбәктәрҙе, ҡалаларҙы бутап әйтеүен йыш ишетергә тура килә. Мәктәп дәреслеген тағы ла бер тапҡыр ҡулдарына алып, әҙерәк күҙ һалһалар, насар булмаҫ ине лә.
Читайте нас: