Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 12:49
500 мең һумға “байый”
Төрмәлә ултырған килеш мутлашып...
Фото: mail.ru
Башҡортостандың юғары суды 29 йәшлек гражданды мутлашыуҙа ғәйепле тип табып, тотҡонда булыуын тағы ла 6 йылға оҙайтты.
Хәл ошолай һүрәтләнә. Колонияла саҡта ул кеҫә телефонына эйә була һәм “Рәсәй почтаһы” бүлексәләренә шылтырата. Үҙен “Форсаж” түләү системаһы хеҙмәткәре тип танытып, әңгәмәләштәрҙән уның эшкә яраҡлылығын тикшереүҙәрен һорай. Бының өсөн билдәле сумманы уның таныштарының картаһына күсереү генә талап ителә.
Ошо арҡала Краснодар крайы һәм Сыуаш республикаһының бер нисә почта бүлексәһе зыян күрә. Әйткәндәй, мутлашыусының уларҙы осраҡлы рәүештә һайлауы асыҡлана. Һөҙөмтәлә, төрмәлә ултырһа ла, һабаҡ алмаған әҙәм 500 мең һумға “байый”.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.