Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһында ирле-ҡатынлы һәләк була. Улар тыныс ҡына тротуарҙан китеп барғанда, сит ил автомобиле өҫтәренә барып менә.
Ауыр йәрәхәттәрҙән икеһе лә вафат була. Был хәл 15 июлдә теркәлә. Водителдең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул юлға йүгереп сыҡҡан этте тапатмайым тип, тротуарға борола.
Үлемесле ваҡиғаның ғәйепләнеүсеһе Ҡоншаҡ район Советы депутатының малайы булып сыға.
Әле был ваҡиға буйынса тикшереу эше бара. Асыҡланыуынса, үлгән ир Ҡоншаҡ район хакимиәте башлығының водителе булып эшләгән, янында ҡатыны булған.