Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 21:24

Хәйерселектең яңы төрө әллә?

“Ярҙам итегеҙ! Инстаграмдағы яҙылыусыларым меңгә тулһын өсөн 987 кеше етмәй...”

Фото: Instagram
Егет Өфө урамдарына үҙенең социаль селтәрҙәренә яҙылыусылар һорап сыға.


“Ярҙам итегеҙ! Инстаграмдағы яҙылыусыларым меңгә тулһын өсөн 987 кеше етмәй!” тигән һүҙҙәр яҙылған ҡатырғаны һәм уның эргәһендә ултырған егетте хатта Салауат майҙанында ла шәйләйҙәр.


Ул – “Башҡортостандың 100 рәссамы” формаль булмаған күргәҙмә продюссеры Эрик Королев. Баҡтиһәң, егет үҙе уйлап тапҡан “Инстабомж” тигән бер көнлөк проектын тормошҡа ашырып йөрөгән. Бының менән ул бөгөнгө заманда күпселек кешеләрҙең үҙ социаль селтәрҙәренә артыҡ иғтибар биреүен, ундағы “йөрәк”тәр һәм яҙылыусылар һанын күбәйтеү өсөн абсурдлы алымдарға тиклем барып етеүен һыҙыҡ өҫтөнә алғыһы килгән.
Был перфоманстан һуң егеткә яҙылыусылар әҙ булһа ла өҫтәлгән. Уға хатта аҡса ла тәҡдим иткәндәр, әммә Эрик баш тартҡан, проектының төп маҡсаты килем түгел бит.