Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 00:28

Көслө йәшен ғүмерҙәрҙе өҙгән

Ир кеше көтөү көтөп йөрөгәндә...

Фото: vk.com
Бөгөн көндөҙ йәшен бер кешенең һәм уның атының ғүмерен өҙә.
Хәл Дүртөйлө районының Ҡаҙы-Йәлдәк ауылында була. Көтөүсе эш мәлендә фажиғәгә тарый.

Бынан тыш, көслө йәшен бер нисә ауылды электрһыҙ ҡалдыра. Ут Байгилде, Төрбәк, Йәлдәк, Баҙраҡ һәм Барғаты ауылдарында ла һүнә.
Урынға дежур электриктар сыҡҡан, улар етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эшләй. Кешенең үлем осрағы буйынса тикшереү эше бара.