Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2019, 20:36

Ниһайәт, айырылдылар!

Ике йәшкә тиклем гел бергә булып...

Фото: The Guardian.
Фото: The Guardian.
Британия табиптары сиам игеҙәктәрен айырҙы, улар баштары менән ҡуша йәбешеп тыуған.
Дөйөм алғанда, сабыйҙар операция өҫтәлендә 50 сәғәткә яҡын ятҡан, 100 медицина хеҙмәткәре операция эшләүҙә ҡатнашҡан.
Ике йәшлек кенә Сафе менән Марва хәҙер, ниһайәт, бер-береһенән айырым йәшәй башлаясаҡ. Ҡыҙҙар баш һөйәге, ҡан тамырҙары менән йәбешеп тыуған. Британияның Лондон ҡалаһы балалар дауаханаһында Палестина ғаиләһенә ярҙам итәләр.
Операция өс этапта бара: беренсеһендә – артерияларҙы, икенсеһендә веналарҙы айыралар, һуңғыһында баш һөйәктәрен формалаштыралар.
Икенсе операция ваҡытында сабыйҙарҙың береһе инсульт кисерә. Табиптар балаларҙың ғүмере өсөн ныҡ хәүефләнә. Бәхеткә ҡаршы, игеҙәктәрҙе айырыу уңышлы үтте, тип белдерә улар әле.
Читайте нас: