Уҙған аҙнала Өфө кешеһе Алишер Ғ. исемле егетте Көньяҡ Кореяла иркенән мәхрүм иткәндәр. Ни өсөн тиһегеҙме? Корея ҡыҙын ташлағаны өсөн...
Сеул ҡалаһы вуздарының береһендә уҡып йөрөгән егеткә диплом алыр өсөн бер ай ғына ҡала. Тик бына сығарылыш кисәһенә барып, диплом алып ҡыуаныр урынға, ул төрмәлә ултыра. Был ваҡиға тураһында Алишерҙың апаһы Мәҙинә яҙа. Ул битараф булмаған кешеләрҙән ҡустыһын ҡотҡарыу өсөн петицияға ҡул ҡуйырға саҡыра.
Петицияла хәлгә асыҡлыҡ индерелгән. “Корея ҡыҙы менән ағайым араһында мөхәббәт мөнәсәббәттәре булды. Тик ташлашҡандан һуң, ҡыҙ унан үс алырға була һәм судҡа “янау өсөн“ тип ғариза бирә. Әйткәндәй, был бер нисек тә дәлилләнмәй. Ҡыҙҙың һүҙҙәре буйынса Алишер уға яҙған, осрашырға тырышҡан һәм өйөнә сәскәләр ебәргән. Әгәр бындай ғәмәлдәр өсөн кешене иркенән мәхрүм итһәләр, һәр икенсе кеше төрмәлә ултырыр ине”, – тиелә петицияла.
Артабан ул Алишерға шәхси фотоларын таратҡаны өсөн тип тә иск бирә. Ысынында был булмаған, ти Мәҙинә. Һөҙөмтәлә егетте ун айға иркенән мәхрүм иткәндәр.
“Уны ултыртып ҡуйғандар, ә туғандарына хәбәр итеүсе лә булманы, бәйләнешкә лә сыға алмай, бөтә нимәләрен алғандар. Беҙ барыһы тураһында ла адвокат аша ғына белдек. Ә ғариза яҙып төрмәгә ултыртып ҡуйған ҡыҙ судҡа ла килеп тормаған, сөнки яңы егете менән Францияға осҡан. Йәш егеттең бөтә тормошо селпәрәмә килгәндә, ул тыныс ҡына йәшәп ята”, – ти Мәҙинә.
Әле егетте яҡлап 1500 самаһы ҡултамға йыйылған. Петиция Рәсәй Эске эштәр министрлығына йүнәлтеләсәк.