Алла Пугачева, бер туған ағаһы – запастағы офицер Евгений Пугачев мәрхүм булғас, уның улын ярҙамынан ҡалдырмай. Әммә Влад наркотиктар менән мауыға...
Пугачева уны ниндәй генә ҡиммәтле дауаханаларға йөрөтмәй, ләкин ул аяҡтан яҙа, инвалид булып ҡала, ҡатыны ла наркотик арҡаһында комаға китә.
Ошо сәбәпле дүрт йыл элек Владтың улы Евгенийҙы примадонна ваҡытлыса опекаға ала. Баланы няня ҡарай. Малай ҡараусы ҡатындың ғаиләһенә ныҡ ылыға, хатта уларға атай, әсәй тип өндәшә. Әле килеп Евгенийҙы был ғаилә уллыҡҡа алған, примадонна ризалашҡан.
Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа билдәләнеүенсә, малай быйыл уҡырға төшә, “йондоҙло” фамилияһын да үҙгәртергә уйлайҙар, йәнәһе лә, уға ул киләсәктә ҡамасау булыуы ихтимал. Ә бит Пугачевтарҙың затында Евгений – был фамилияны дауам итеүсе берҙән-бер ир заты, атаһын иҫәпләмәгәндә.
Малайҙың атаһы Владты Израилдә дауалайҙар, ләкин ул әле лә бер ҡайҙа ла эшләмәй, примадонна бүләк иткән фатирҙа йәшәй һәм, улым фамилияһын үҙгәртмәйәсәк, тип белдерә.