Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2019, 22:03

Өмөт бар

Әбйәлил районында аттан тибелеп фажиғәгә тарыған малай тураһындағы хәбәр тотош республика халҡын тиерлек тетрәндергәйне.

Фото: christiansocial.network
Әбйәлил районының Боранғол ауылында аттан тибелеп фажиғәгә тарыған малай тураһындағы хәбәр тотош республика халҡын тиерлек тетрәндергәйне.


Әле иһә шул билдәле булды: малай комала. “Ҡустыбыҙ, ысынлап та, клиник үлем кисерҙе, – тип яҙған баланың туғандары. – Әле комала. Уның йәшәйәсәгенә өмөт бар. Туғаныбыҙ яҡты донъя менән хушлашты тип ҡара ҡайғыға ҡалғайныҡ…”


Өмөттәре аҡланһын ине тип теләйбеҙ.