Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 13:22

“Үҙе артыҡ бәйләнсек ине…”

Үле кәүҙә табылғас, шик 16 йәшлек ике әхирәткә төшә.

Фото: pixabay.com
Фото: pixabay.com
Архангельск ҡалаһында тимер юлы буйынан үтеп барыусылар 17 йәшлек ҡыҙ баланың үле кәүҙәһенә юлыға, уның тәнендә туҡмалыу эҙҙәре була.
Шик 16 йәшлек ике әхирәткә төшә, сөнки унан алдағы көндә өсәүһе араһында ыҙғыш сыға. Был ҡыҙҙы алдаштырып тимер юлы буйына саҡыралар. Берәүһе буш шешә алып, башына һуға, ярсығы менән битен сыймаҡлай, һуңынан быуып үлтерә. Ә икенсеһе был ваҡытта тотоп тора, шешәне лә ул алып биргән була.
Ҡыҙҙар ҡулға алынған, һорау алыу ваҡытында улар барыһын да тәфсирләп һөйләп бирә. Был ҡылығығыҙҙы ни менән аңлатырһығыҙ, тигән һорауға улар: “Ул үҙе артыҡ бәйләнсек ине”, – тип яуап бирә. Ҡыҙҙар барыһы ла яҡшы тип иҫәпләнгән ғаиләнән.

Әле йәшәй ҙә башламаған йәш кенә балаларҙың ҡот осҡос вәхшилек ҡылыуы – башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Читайте нас: