Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июль 2019, 19:16

Инспекторҙы ҡулынан тота ла газға баҫа...

Автомобиль полиция хеҙмәткәрен әллә нисәмә метр һөйрәп алып бара.

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Һуңғы ваҡытта “автохам” тигән һүҙҙе йыш ишетергә тура килә. Юлда үҙҙәрен королдәр кеүек тотҡан, башҡаларҙы һанламаған әҙәмдәр бигерәк ныҡ артты шул. Ябай автоһәүәҫкәрҙәр генә түгел, хатта ЮХХДИ инспекторҙары ла бындай кешеләрҙең ҡорбанына әйләнеүе ихтимал икән.
Кисә кис полицияның өлкән лейтенанты хеҙмәтен тамамлап ҡайтып килгәндә, урындағы магазин ишеген ҡаплап ултырған машинаға иғтибар итә. Уның эсендәге ике ирҙең үҙҙәрен бигерәк ҡыҙыу тотоуын күрә һәм водитель яғынан яндарына бара. Алкоголь эҫе әллә ҡайҙан аңҡып торған ирҙән водитель танытмаһын күрһәтеүҙе талап итә. Тегенеһе инспекторҙы ҡулынан эләктереп ала ла газға баҫа...
Автомобиль полиция хеҙмәткәрен әллә нисәмә метр һөйрәп алып бара. Ир туҡтап торған йөк машинаһы алдына йығыла. Көсөн йыйып хеҙмәттәштәренә шылтырата һәм автомобилдең номерҙарын әйтә ала.
Саҡ ҡына һуңғараҡ машинаны Рәсәй урамында табалар. Иҫерек водитель дә ҡулға алына. Асыҡланыуынса, ул ике йылға танытмаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан булған.

Әле уға ҡарата административ протокол төҙөлгән. Енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
Йәрәхәтләнгән инспекторҙы иһә дауаханаға алып баралар. Ярҙам күрһәткәндән һуң ул өйөнә ҡайтарылған.
Читайте нас: