“Аҫылташ” форумының бөгөн өсөнсө көнө булды. Сара йәштәргә үҙҙәрен күрһәтеү, проекттарын яҡлау, яңы таныштар, дуҫтар табыу мөмкинлеген бирә.
Башҡортостан “Йәш яҡташтар” берлеге ассоциацияһы рәйесе, форумды ойоштороусыларҙың береһе Байрас Азаматов әйтеүенсә, быйыл форум бик эшлекле шарттарҙа бара. Сараға бик әүҙем йәштәр килгән, үҙ проекттарын тәҡдим итеүселәр күп, был эштәрҙең төрлө тармаҡ буйынса булыуы айырым иғтибарға лайыҡ.
“Быйыл форум республика кимәлендә генә бармай, ә төбәк-ара кимәлгә сыҡты. Тәүге тапҡыр Пермь, Ырымбур, Свердловск өлкәһе йәштәре ҡатнашты. Силәбеләр иһә һәр йыл килә. Шулай уҡ быйыл спикерҙар көслө. Улар Мәскәү, Ҡазан, Өфө ҡалаларынан килде. “Аҫылташ” быйыл да аҫыл ҡыҙ һәм егеттәрҙе табыр, яңы лидерҙар тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерер, уңышлы проекттар билдәләнер тигән ышаныстабыҙ”, – тине Байрас Азаматов.