Бөгөн төнгө сәғәт берҙә ниндәйҙер водитель кешене тапатҡан һәм ҡасҡан. Хәл Ҡырмыҫҡалы районында, Ибраһим ауылына боролған юлда була.
29 йәшлек Өфө кешеһе фажиғә урынында йән бирә. Ә уны тапатҡан водитель һаман табылмаған. Республика буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа мөрәжәғәт итә һәм ярҙам һорай. Тапатып ҡасҡан кешене белһәгеҙ, хәбәр итегеҙ.
Кисә республика юлдарында 14 авария теркәлгән. Унда бер кеше үлгән, 15-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.