Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2019, 16:22

Яуланғандар менән туҡталып ҡалмаҫҡа, икеләнмәҫкә!

"Аҫылташ"та – ҙур гранттар яулаған Ҡазан спикеры.

Автор фотолары.
Автор фотолары.
Дүрт көн барған “Аҫылташ-2019” башҡорт мәҙәниәте форумында Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларынан спикерҙар ҡатнашыуы йәштәр өсөн бик фәһемле булды, йыйын ысын мәғәнәһендә тәжрибә туплау майҙансығына әүерелде.
2017-2018 йылдарҙа 20 миллион һумдан ашыу грант яулауға өлгәшкән Егор Рафиҡовтың сығышын һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы. “Капитан Грантов” телетапшырыуы авторы һәм “Әүҙем йәштәр корпорацияһы” директоры Егор Рафиҡов Баймаҡҡа Ҡазан ҡалаһынан килгән.
Спикер һүҙҙәренсә, грант яулауҙың төп маҡсаты – уны артабан үҫтереү һәм киңәйтеү. Был эш артабанғы яңы проектҡа нигеҙ булып торорға тейеш. Яуланғандар менән сикләнеп ҡалмаҫҡа, үҫешкә ҙур маҡсат менән барырға һәм икеләнмәҫкә! Шул саҡта ғына ниәттәреңә өлгәшергә мөмкин.
Читайте нас в