Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2019, 15:37

Көндәр йылы, әммә ямғырлы

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй, урыны менән боҙло борсаҡ яуыуы ихтимал.

Синоптиктар мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй, урыны менән боҙло борсаҡ яуыуы ихтимал.


Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 13-18, көндөҙ 21-26 градус йылы. Республиканың көньяғында 30 градусҡаса эҫелек көтөлә.


Иртәгә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, йәшен ваҡытында көсәйә. Төндә 10-15, көндөҙ 22-27 градус йылы буласаҡ.


Фото: Avto.goodfon.ru.
Читайте нас