Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегенә ҡайһы бер гәзит уҡыусылар йондоҙнамәне сығармауҙы һорап мөрәжәғәт итте. Ҡайһы берәүҙәр, ата-бабабыҙ Урал батыр тәғлимәтен һеңдергән зат, мәле еткәс, мосолман динен ҡабул иткәндәр, беҙ уларҙың вариҫтары, шуға күрә йондоҙнамәне уҡыу, уның тәьҫиренә бирелеү – иманһыҙлыҡ, хатта сихырға бирелеү, тип иҫәпләй. Беҙгә һәр уҡыусыбыҙҙың, хәләл аҡсаһын сығарып, баҫманың тиражын арттырыусының фекере лә, үҙе лә бик ҡәҙерле. Шуға күрә бөгөн гәзитте яҙҙырыусылар, сайттан мәғлүмәттәр, мәҡәләләр уҡыусылар араһында һорау алыу ойошторорға булдыҡ.