Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль 2019, 12:53

Фермерҙарҙы язаға тарттырыуҙы талап итәләр

Стәрлетамаҡ районынан 50 кеше, күрше фермер (крәҫтиән) хужалыҡтарын яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итеп, прокуратураға ғариза яҙған.

Стәрлетамаҡ районынан 50 кеше, күрше фермер (крәҫтиән) хужалыҡтарын яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы талап итеп, прокуратураға ғариза яҙған.


Билдәле булыуынса, рапс үҫкән баҫыуҙарҙы кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырған химикаттар менән эшкәрткәндәр. Улар был хаҡта халыҡты алдан иҫкәртергә тейеш булһа ла, умартасылар белдереүенсә, был хаҡта хәбәр итмәгәндәр.


Баҫыуҙа зарарланған бал ҡорттары, умарталарға ҡайтҡас, башҡаларҙы ла ағыулаған. Зыян күргәндәр дәлил итеп баҫыуҙа ҡалған химикат ҡаптарын йыйған, әле улар юғалтыуҙарҙы иҫәпләй.


Стәрлетамаҡ районының баш агрономы Виктор Бульц белдереүенсә, фермерҙар бар талапты ла үтәгән – киң мәғлүмәт сараларында химик эшкәртеү тураһында хәбәр ителгән, халыҡ күп йөрөгән урындарҙа иғландар эленгән.


Ҡорттарҙың күпләп үлеүе шулай уҡ Илеш, Миәкә, Бишбүләк райондарында ла теркәлгән.


Автор фотоһы.